Мәләүез районы һәм ҡалаһы ирекмәндәре эшмәкәрлегенә бәйле булған “Добрые люди” ("Изгелекле кешеләр") хәрәкәтенә Мәскәү ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ Александр Валиков 2013 йылда нигеҙ һалған. Ауыр сиргә юлыҡҡан яҡташыбыҙ ҡасандыр күптәрҙең ярҙамын тойған. Үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан саҡтан уның донъяға, кешеләргә ҡарашы үҙгәргән. “Изгелекле кешеләр” башта балалар йорттарына, мохтаж ғаиләләргә ярҙам иткән. Махсус хәрби операция башланғас, Александрҙың ағаһы Денис Михайлович та Мәләүездә яугирҙәргә адреслы ярҙам ойоштора. “Беҙҙең төркөмдә мең ярымға яҡын кеше, улар ватсап бәйләнеше, Телеграм каналы һәм башҡа социаль селтәрҙәр аша хеҙмәттәшлек итә”, - ти ирекмән. Өс бала әсәһе Гөлфиә Хәсәнова страховкалау буйынса агент булып эшләй, ул - Денис Валиковтың уң ҡулы. Офис өсөн ҡала хакимиәте ике бүлмә биргән, үҙ көстәре менән ремонт эшләгәндән һуң, яҡтылыҡ үткәрергә генә ҡалған. Яугирҙәрҙең мөрәжәғәте, үтенесе булыу менән ирекмәндәр кәрәк-яраҡ туплай. Уларҙы үҙ машинаһына тейәп, Денис Михайло