Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһының картиналар галереяһында "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә күп яҡлы рәссам Ирина Аникина менән ижади осрашыу үтте. Ул – Рәсәй Рәссамдар союзы һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, график, рәссам, ҡул эштәре оҫтаһы, шағир һәм педагог-остаз. Осрашыу барышында Ирина Аникина үҙенең "Епте үреп" тигән яңы шиғырҙар китабы менән таныштырҙы. Унда ул матур метафораларҙы һәм сағыу образдарҙы файҙаланып, тормош, мөхәббәт һәм ижад хаҡында уйланыуҙары менән уртаҡлаша. Китап – уның ижадын һөйөүселәр өсөн ысынлап матур бүләк. Авторҙың акварель эштәре буйынса экскурсияһы иҫ киткес рухландырғыс булды. Рәссам һәр эше, уларға һалған хис-тойғолары тураһында һөйләне. Осрашыу дауамында ҡабатланмаҫ мөхит хөкөм итте. Ҡунаҡтар авторҙы, рәссамды һәм шағирәне иғтибар менән тыңланы. “Ҡарайым, тыңлайым, һоҡланам, ләззәт алам... Ҡатын-ҡыҙ – һоҡланыу, сер, йомаҡ... Икенсе күргәҙмә осрашыуы булһа ла – тәүге тапҡыр кеүек. Улар менән осрашыуҙар баһалап бөткөһөҙ!” - тип билдәләне осрашыуҙа ҡатнашыусы Наталья Фадеева. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.