Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Министр ауыл халҡын ҡотларға килде

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡариҙел районының Магинск ауылында яңы модулле табиплыҡ амбулаторияһы асылды. Тантанаға республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе Салауат Харасов, район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин һәм Ҡариҙел дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлин килеп, халыҡты яңы медицина бинаһы асылыуы менән ҡотланы. – Йыл һайын беҙ төпкөл райондарҙа тиҫтәләгән модулле конструкция төҙөйбөҙ. Быйыл 73 модулле ФАП, туғыҙ амбулатория һәм бер дөйөм практика табибы офисы төҙөнөк,- тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры. Амбулатория заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Пациенттарҙы ҡабул итеү бүлмәһе, терапевт, педиатр, прививка, процедура, дарыуҙар һаҡлау кабинеттары бар, көндөҙгө стационар эшләй. Заманса табиплыҡ амбулаторияһында тәүге медик-санитар ярҙамды ике мең кешенән торған 25 ауыл халҡы аласаҡ. Медицина ярҙамын терапевт Полина Андрияшкина һәм участка педиатры Клара Хөсәйенова күрһәтә. – Яңы бинаның асылыуына бик шатбыҙ. Бында иркен, уңайлы, эшләү өсөн бөтә шарттар булдырылған, - тип шатлығы менән уртаҡлаша педиатр Клара Хөсәйенова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.