“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында йыл һайын йәмәғәт киңлектәре яңыртыла. Быйыл субъектта 123 территорияны төҙөкләндереү планлаштырылған. Яңыртыу һәм яңыларын төҙөү ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла алып барыла. Милли проекттың иң мөһим критерийы - төҙөкләндереү өсөн биләмәләрҙе халыҡ үҙе һайлай. Мишкә районы “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Әлеге ваҡытта район биләмәһендә Сурай ауылында мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү процесы бара. Төҙөүсеһе – “Агростройсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Баҫҡысты яңыртыу, бордюрҙар ҡуйыу, тимерҙән яһалған элементтар менән ҡоймалар һәм ҡапҡалар урынлаштырыу, асфальттан юл һалыу, тышҡы яҡтыртыуҙы ойоштороу, биләмәне йәшелләндереү күҙаллана. Төҙөлөш быйыл 30 сентябрҙә тамамланырға тейеш. Күгәрсен районының Мораҡ ауылында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы ярҙамында төҙө