Радий Хәбиров эш башлағандан алып мәғариф системаһына иғтибарлы. Һуңғы биш йылда тармаҡты үҫтереү өсөн иҫ китмәле күп эш башҡарылды һәм туҡтарға уйламай. 2019 йылдан Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр асыла башланы. Бөгөнгә һигеҙ мәктәп асылған да инде. Балалар баҡсаларында 72 полилингваль төркөм бар, 2020 йылдан Өфөлә полилингваль балалар баҡсаһы эшләй. Полилингваль мәктәптәр һәм балалар баҡсалары селтәре киңәйәсәк, улар баш ҡалала ғына түгел, ә район үҙәктәрендә лә асыла. Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль мәктәбенең беренсе класс уҡыусылары өсөн уҡыу икеләтә тулҡынландырғыс, сөнки балаларға предметтарҙы бер юлы өс телдә үҙләштерергә тура киләсәк. Был - өс телле уҡытыуға кесе звеноның тәүге йыйылмаһы. «Быйыл беренсе кластарҙың береһен полилингваль итеп эшләнек. Унда улар башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен өйрәнәсәк. Ә урта звенола ҡытай телен дә өйрәнәләр. Киләһе йылда уны башланғыс класс уҡыусылары теҙмәһенә лә индерергә уйлайбыҙ», - ти мәктәп директоры урынбаҫары Рәмилә Хәсәнова. По
Полилингваль мәктәп уҡыусылары өс телдә белем ала
10 сентября 202410 сен 2024
2
3 мин