Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Эшкә көн дә шатланып киләм!”

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Шаран районының Наратаҫты ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Яңы бинала фельдшер, ҡабул итеү, процедура, дарыуҙар һаҡлау кабинеттары булдырылған. Үҙәктән алыҫ бәләкәй тораҡтарҙа медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеге халыҡ тормошонда мөһим роль уйнай. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу республикала өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. – Беҙ һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыуға бәйле күп мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙлекле хәл итәбеҙ. Был барыһынан да элек тәүге звено – поликлиникалар, ФАП-тар, амбулаториялар, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Наратаҫтыла асылған яңы ФАП бөтә заманса стандарттарға яуап бирә. Ул 730 кешене хеҙмәтләндерәсәк. –Яңы ФАП-та эшләйәсәгемә шатланып бөтә алмайым.Минән бигерәк пациенттарым бындағы уңайлылыҡҡа, яҡшы шарттарға һөйөнөрҙәр инде, – ти медицина учреждениеһы мөдире Ильвина Басирова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.