Юғары категориялы табип Дилә Ибраһимова Өфөләге 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында эшләй – ультратауыш аппараты ярҙамында эске ағзаларҙы ҡарай. Махсус хәрби операция башланған йылда уҡ ул, ике тапҡыр Луганск Халыҡ Республикаһына барып, балаларҙың сәләмәтлеген тикшергән. – Был фотоны мин Петровское ҡалаһындағы мәктәптә төштөм. Ул легендар яҡташыбыҙ – генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исемен йөрөтә. Белем усағы емерек хәлдә ине, Башҡортостандан барған төҙөүселәр уны бер нисә ай эсендә матур итеп ремонтлап та ҡуйҙы. Балаларҙың сәләмәтлеген ошо мәктәп бинаһында ла тикшерҙек, – ти Дилә Салауат ҡыҙы. Өфө табибы республикабыҙ шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһында ла эшләгән. Биҡтиһәң, ҡала поликлиникаһында һигеҙ йыл буйы ультратауыш аппараты булмаған. – Балаларҙың күбеһе бер тапҡыр ҙа тикшеренеү үтмәгән ине, шуға күп эшләргә тура килде, – тип хәтерләй табип. – Беҙҙә иһә һаулыҡты һаҡлау өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Атай-әсәйҙәр балаларҙың зарына иғтибар итһен, оҙаҡҡа һуҙмай, табипҡа алып барһын. Бер ере лә ауыртмаһа ла, балаға йылына бер тапҡыр ультратауыш диагностикаһы үткәреп алырға, айырыуса эске ағзаларҙы һәм бөйөрҙәрҙе тикшереп торорға кәңәш итәм. Фото: Дилә Ибраһимованың шәхси архивынан.