Найти тему
Башҡортостан гәзите

Элистанан килеп... Башҡортостанда миллион алған!

Тренер Нина Фёдорованың Ҡалмыҡстандың баш ҡалаһы Элистанан иренең тыуған яғы Бәләбәй ҡалаһындағы “Чемпион” спорт мәктәбендә эшләүенә дүрт йыл тулған. Ошо ваҡыт арауығында ул спорттта ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән һәм, “Ауыл тренеры” программаһында ҡатнашып, бер миллион һумлыҡ сертификат алған. Художестволы гимнастика – спорттың иң матур, нәзәкәтле төрҙәренең береһе. Әммә спортсыларҙың тәү ҡарамаҡҡа еңел генә атҡарылған кеүек тойолған сағыу сығышы өсөн әллә күпме күнекмәләр үткәрергә, тырышлыҡ һалырға кәрәкле тренер һәм гимнасткалар үҙҙәре генә бик яҡшы белә. Нина Борисовнаның үҙен дә дүрт йәшендә әсәһе күнекмәләргә беренсе тапҡыр алып барған. Әле тренер эшләгән “Чемпион” спорт мәктәбендә художестволы секция булмаған, шуға күрә уға был спорт төрө менән шөғөлләнергә теләгән ҡыҙҙарҙы уның үҙенә тупларға тура килгән. Хәҙер аҙна һайын балалар күнекмәләргә йөрөй. Дүрт йыл эсендә тренер беренсе, икенсе һәм өсөнсө үҫмер разрядтарға эйә булған 38 гимнастка тәрбиәләгән, һигеҙ тәрбиәләнеүсеһе икенсе һәм өсөнсө спорт разрядына эйә булған. Ошондай уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшкән остазды “Ауыл тренеры” программаһында ҡатнашырға саҡыралар. Әйткәндәй, “Ауыл тренеры” программаһында художестволы гимнастика ғына түгел, башҡа спорт төрҙәре буйынса күнекмәләр үткәргән тренер-уҡытыусылар ҡатнаша ала. Проект тормошҡа ашырылған дүрт йыл эсендә 176 тренер аҡсалата түләүгә эйә булған. Был белгестәр республиканың төрлө төбәктәрендә эшләй. Спорт остаздарына бирелгән түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 134, 8 миллион һум тәшкил итә. Быйыл ошондай мөмкинлеккә республиканың 11 ҡала һәм районынан 21 тренер эйә булды. Нина Фёдорова – уларҙың береһе. - Мәктәпте тамамлағандан һуң әсәйем икенсе һөнәрҙе һайлауымды һораны. Мин, әлбиттә, уны тыңланым. Әммә ейәнсәрем тыуғас, һуңғараҡ ул гимнастика менән шөғөлләнергә теләгәс, тренер эшмәкәрлегенә кире ҡайттым, уҡыуымды дауам иттем, тренер эшмәкәрлеге өсөн сертификаттар һәм башҡа документтар алдым. Ата-әсәләр балаларын өс-дүрт йәшенән художестволы гимнастика секцияһына килтерә. - Башҡортостанға йәшәргә күсеүебеҙгә шатмын. Бында миңә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән барлыҡҡа килгән “Ауыл тренеры” программаһының уңышлы эшләүе тураһында һөйләнеләр. Проект миңә күптән уйлап йөрөгән пландарымды тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә һәм хәҙер миңә тағы ла тырышып эшләр өсөн дәрт-көс өҫтәне, - ти Нина Федорова. Хәҙер спорт тармағындағы белгестәр “Ауыл тренеры” ғына түгел, “Ҡала тренеры” программаһында ла уңышлы ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. “Беҙ спорт ҡоролмаларын һәм объекттарын төҙөйбөҙ. Уларҙың һөҙөмтәле эшләүе тураһында уйлау мөһим. Һәм һәр бала үҙе теләгән дисциплина менән шөғөлләнә алыр ине”, - тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Өҫтәүенә, республика етәксеһе, 2030 йылға тиклем Башҡортостан үҫеше стратегияһына ярашлы, муниципалитеттарҙа спорт объекттарын заманлаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Быларҙың барыһы ла республикала спорттың үҫеүенә булышлыҡ итә. Бөгөн Башҡортостандағы физкультура, спорт менән мауыҡҡан ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең киләсәктә республика ғына түгел, тотош ил һәм донъя кимәлендәге ярыштарҙа призлы урындар яулаясағына, тимәк, Башҡортостан данын сит ҡитғаларға таратыуына ла ышанысыбыҙ ҙур. Фотолар: “Чемпион” спорт мәктәбе. Гөлназ ҠУНАҠАЕВА, “Рекорд” художестволы гимнастика спорт клубы етәксеһе һәм өлкән тренеры: - Спорт беҙҙе башҡаларҙан яҡшыраҡ итмәй, спорт беҙҙе кисәге булғандан күпкә шәп итә. Художестволы гимнастикаға килгәндә, ул – иң тәү сиратта ныҡлы мускулдар, кәүҙәне дөрөҫ тотоу, сабырлыҡ. Икенсенән – алдыңа ҡуйған уй-маҡсаттарыңа өлгәшеү. Бынан тыш, спорт холҡо барлыҡҡа килә, тағы төрлө ауырлыҡтарға һынмаҫҡа өйрәтә.