67 йәшлек пенсионер ҡатынға киске сәғәт 7-ләрҙә мессенджерҙан шылтыраталар. Ир үҙен хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре тип таныта һәм уның исеменә кредит алырға маташыуҙары тураһында әйтә. Нығыраҡ тәьҫир итеү маҡсатында “хеҙмәткәр”, видеоэлемтә аша шылтыратып, эш кабинетын, формалы кейемен һәм таныҡлығын да күрһәтә. Мутлашыусыларҙан ҡурсалау өсөн финанс мониторинглау хеҙмәткәре бәйләнешкә инергә тейеш тип иҫкәртә һәм был һөйләшеү хаҡында башҡа бер кемдең дә белергә тейеш түгеллеген аңлата. Ысынлап та икенсе көнөнә финанс мониторингы буйынса белгес ҡатын менән бәйләнешкә инә. Уның күрһәтмәһенә ышанып, ҡатын банкка бара һәм 500 мең һум күләмендә кредит алыуға ғариза яҙа. Ә финанс учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренә клиенттың тәртибе шикле күренә һәм улар асыҡлыҡ индереүсе һорауҙар бирә. Әңгәмә барышында «ВТБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең өҫтәмә офисы директоры Алла Созинова һәм менеджер Ольга Саяпова ҡатынды мутлашыусылар алдағанын аңлап, полицияға шылтырата. 8-се полиция бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы полиция подполковнигы Ринат Яфаев Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы полиция полковнигы Илгиз Байсурин исеменән Рәхмәт хаты тапшырып, «ВТБ» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре ҡала халҡын мутлашыусылар тоҙағынан тәүге тапҡыр ғына ҡотҡармай, тип билдәләне. Фото: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.