Кисә Әбйәлил районында фажиғәле хәл теркәлгән. Асҡар - Ҡужан автомобиль юлында үлемесле авария булған. Бесәнгә юлланған тракторист үҙенең пассажиры менән юлдан ситкә осҡан һәм түңкәрелгән. Ваҡиға урынында трактористың пассажиры үлгән. Ҡатын 48-50 йәштәрҙә, әле исем-шәрифе асыҡлана. Сөнки ир уның менән бер нисә көн алда ғына танышҡан һәм исемен генә белгән. Бәләгә тарыусыларҙың икеһе лә Баймаҡ районынан булыуы ихтимал. Ни өсөн улар бесәнгә Әбйәлил районына юлланған һәм ҡатын иҫерек булған тракторисҡа ултырған - әлегә билдәһеҙ. Авария сәбәптәре тикшерелә. Эскән килеш руль артына ултырмаҫҡа кәрәклеген һәр кем белә, әммә үҙҙәрен генә түгел, пассажирҙарын да хәүеф аҫтына ҡуйып йөрөүҙәрен дауам итә. Фото һәм сығанаҡ: "Абзелил" гәзитенән.