Бөгөн, яңы уҡыу йылының беренсе көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре менән барҙы. Уның барышында капиталь ремонттан һуң эшләй башлаған музыка колледжында ла булды. Уҡыу йорто 1953 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан, ул мәҙәни ҡомартҡылар иҫәбенә инә. Ныҡ таушалған бина “Мәҙәниәт” милли проектына (нацинальный проект “Культура”) ярашлы йүнәтелгән. Башҡортостан етәксеһе Белем көнө уңайынан ойошторолған тантаналы линейкала булды һәм яңыртылған уҡыу кабинеттарын ҡарап сыҡты. Колледждың директоры Илдар Хажиев уҡыу йортоноң быйыл 55 йыллығын билдәләүе тураһында һөйләне. Ошо ваҡыт эсендә бында ике меңләп йәш белгес һөнәр алып сыҡҡан, уларҙың байтағы сәнғәт оҫталары, конкурстар лауреаты һәм атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре дәрәжәһенә ирешкән. – Беҙҙең колледж яҡын-тирәләге 10 райондың музыка мәктәптәре өсөн методик үҙәк булып тора, – тине И. Хажиев. – Әле 170 студент белем ала, ситтән килгәндәргә 100 урынлыҡ дөйөм ятаҡ бар. Коллективта 77 уҡытыусы эшләй. Байра
Октябрьскийҙа яңыртылғандан һуң музыка колледжы асылды
2 сентября 20242 сен 2024
1 мин