1 сентябрь – Белем көнө уңайынан, илебеҙҙең, шул иҫәптән, республикабыҙҙың бөтә белем усаҡтарында ла тантаналы линейка үтте. Әйткәндәй, Башҡортостан буйынса быйыл I класҡа 48 мең тирәһе ҡыҙ һәм малай килде. Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында ла, яңы уҡыу йылын башланыуын белдереп, тәүге ҡыңғырау яңғыраны. Был күңелле бурысты XI класс уҡыусыһы Асҡар Йәғәфәров менән I класс уҡыусыһы Йәсмин Лоҡманова үтәне. Әлбиттә, башта Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны, ә илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың флагтарын күтәреү инглиз теле уҡытыусыһы Диана Зәкирова һәм XI класс уҡысыһы Баязит Кәримовҡа тапшырылды. – Яңы уҡыу йылы барығыҙға ла тик сағыу ваҡиғалар, бөтмәҫ уңыштар, лайыҡлы еңеүҙәр, яҡшы яңылыҡтар һәм матур хәбәрҙәр генә килтерһен, иң мөһиме, донъялар тыныс булһын, – тине Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының директор вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Аҙнабаев. Рөстәм Илһам улы уҡыу йорто менән тығыҙ бәйләнеш тотҡан "Гүзәл-данс" бейеү анса