Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Октябрьскийҙа эштәр гөрләй

Яңы заманса спорт-һауыҡтырыу комплексы 2023 йылдың декабрендә асылғайны. Объектты “Башнефть“ ярҙамында республика менән “Роснефть“ компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә төҙөнөләр. Арена хоккей һәм фигуралы шыуыу, конькиҙа күпләп шыуыу буйынса күнекмәләр, шулай уҡ муниципаль, төбәк һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Спорт комплексының дөйөм майҙаны – 6,5 мең квадрат метр. Комплекс бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән дә йыһазландырылған. Боҙ һарайы директоры Марат Фәттәхов һөйләүенсә, хоккей һәм фигуралы шыуыу секцияларында 220-гә яҡын бала шөғөлләнә. Шулай уҡ бында профессиональ командаларҙың күнекмә йыйылыштары, төрлө кимәлдәге турнирҙар, оҫталыҡ дәрестәре үтә. Ә Октябрьский һәм яҡын-тирәләге ауыл халҡы бында конькиҙа шыуырға килә. Башҡортостан Башлығы йәш хоккейсыларҙың нисек шөғөлләнеүен ҡараны, хореография залында булды. Төбәк етәксеһе боҙ һарайы ҡарамағындағы спорт мәктәбе тренерҙары һәм тәрбиәләнеүселәре менән аралашты, яңы объекттағы шарттар менән ҡыҙыҡһынды, спортта һәм уҡыуҙа уңыштар теләне. *** Боҙ һарайы янында йөҙөү бассейны төҙөлә башлаған. Яңы объектты “Демография” милли проектының “Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым!)” федераль проекты сиктәрендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында төҙөйҙәр. 2024 йылдың июнендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә эш башланыуға старт биргәйне. Ул саҡта республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, буласаҡ объекттың хаҡы бер миллиард һумдан ашыу, шуның 786 миллион һумы - инвестор аҡсаһы, ә 305 миллион һумы – федераль бюджет аҡсаһы, тип хәбәр иткәйне. Шул уҡ ваҡытта тәүге этапта бында 25 метрлыҡ бассейн йыһазландырыу планлаштырылған булған. Әммә инвестор, өҫтәмә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алып, ҡала хакимиәте ярҙамында 50 метрлыҡ бассейн һәм өҫтәмә инфраструктура төҙөргә ҡарар иткән. Төҙөлөш майҙансығында Башҡортостан Башлығы эштәр барышы менән танышты, инвестор менән эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү һәм өҫтәмә объекттар, шул иҫәптән ҡунаҡханалар төҙөү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Фото: glavarb.ru