Найти тему
Башҡортостан гәзите

”Технотекс” уңыштары менән һөйөндөрә

Предприятие нефть һәм газ сығарыу һәм эшкәртеү өсөн ҡорамалдар әҙерләүгә, шулай уҡ комплекслы тармаҡ ҡарарҙары һәм проекттары эшләүгә махсуслаша. ”Технотекс” компанияһы вәкилдәре республика етәксеһен Башҡортостандың эшләүсе йәштәре слетында ҡатнашыусылар менән осрашыу барышында юғары технологиялы производство менән танышырға саҡырҙы. ”Технотекс”тың башҡарыусы директоры Марат Фазлыев предприятиеның илебеҙҙең эре компаниялары менән уңышлы хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында һөйләне. Улар иҫәбендә – ”Газпром”, ”Роснефть”, ”Лукойл”. 25 йыл эшләү дәүерендә ”Технотекс” коллективы төрлө ҡатмарлыҡтағы бер меңдән ашыу проектты тормошҡа ашырған. Компания майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров металл конструкциялар эшләү, технологик үткәргес торбалар йыйыу һәм башҡа йүнәлеш буйынса бер нисә участкала булды. Төбәк етәксеһе предприятие мөмкинлектәре һәм сығарылған продукция өлгөләре менән танышты, шулай уҡ хеҙмәт коллективы вәкилдәре менән аралашты. ”Технотекс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте буйынса Башҡортостан Башлығы предприятие эшенең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. – Октябрьский сәнәғәте ғәҙәттәгесә күрһәткестәре һәм тик алға барыуы менән ҡыуандыра, – тип билдәләне төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Бөгөн предприятиела яңы производство бинаһы төҙөлөшөн тикшерҙек. Компания үҫешә – был бик яҡшы! Бында һәр ваҡыт юғары компетенциялар булды, илдең эре нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү компаниялары менән килешеп эшләйҙәр. Фото: glavarb.ru