“Әсәй булыу - тиңе булмаған бер хөрмәттер” тигән бөйөк мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдин. Ул бәхет кенә түгел, оло яуаплылыҡ та. Мәләүез районы Смаҡ ауылында йәшәгән Зәлиә менән Сәлих Байгилдиндар биш балаға ғүмер бүләк итеп, иркәләп-наҙлап үҫтерә, уларҙы үҙаллы оло тормош юлына әҙерләй. Китапханасы булып эшләгән Зәлиә Әхтәм ҡыҙын эш урынында осраттыҡ. Уның һомғол буйына, етеҙлегенә ҡарап, биш балаға ғүмер биргән әсәй тип уйламаҫһың да. Мәктәпте тамамлағас, ул 1995 йылда Өфө китапхана техникумына уҡырға инә. Ауылдың уңған егете Сәлих Байгилдин ҡыҙҙы үҙҙәренең ауылынан йыраҡҡа ебәрмәй. Сәстәрен сәскә бәйләгән көндән алып тормоштоң бар мәғәнәһен бер-береңә терәк булыуҙа күргән, аңлаған татыу ғаилә тәрбиәле балалар үҫтереп, ғүмер итә. Атай-әсәйҙәр ярҙамында 2001 йылда ҡупшы йорт һалып сыҡҡандар. Ғаилә башлығы заманында мал врачы, шофер булып эшләгән, әле - янғын һүндереүсе һөнәрен үҙ иткән. “Әсәйем менән атайым – Зөһрә һәм Әхтәм Ибраһимовтар беҙҙе - өс баланы тәрбиәләп үҫтерҙе, иремдең ата-әсәһе Нурия һәм Сынтимер Байгилдиндар ҙа биш балаға ғүмер биргән. Ғаилә ҡорғас, Хөкүмәт тә, атай-әсәйҙәр ҙә ярҙамдан айырманы. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, йән биргәнгә йүн бирер, тиҙәр. Аллаға шөкөр, аяҡҡа баҫтырып киләбеҙ”, - ти ул. Уҡыуға маһир ҡыҙҙар белем алырға тырыш: 23 йәшлек Венера дауаханала медсестра, 20 йәшлек Рәмилә Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем ала, 16 йәшлек Нурзилә Салауат ҡалаһында педколледжда, 11 йәшлек Земфира менән 9 йәшлек Айһылыу мәктәптә уҡый. Ҡатын-ҡыҙ, ирҙәр эше тип һайланып тормай улар, кәрәк икән бесән әҙерләшергә лә бара: быйыл йәйен аяҙ көндәрҙең һирәк булыуын иҫәпкә алғанда, һәр эшсе ҡул ҡәҙерле. Кәртә-ҡура тултырып мал тыуар аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә үҫтерә Байгилдиндар. Балаларҙы ла хеҙмәт һөйөүсән итеп тәрбиәләгәндәр. Ҡыҙҙар һыйыр һауып инеү, картуф ҡаҙып алыу бер ни түгел. Улар һәммәһе үҙенсә маһир: миҫалға, Земфира гел “биш”ле билдәһенә өлгәшә, Рәмилә ҡул эшен ярата, һәр береһе йыр-бейеүгә лә оҫта. Кәрәк ергә тиҙ генә барып етер өсөн “тимер ат”ты ла йүгәнләгән Зәлиә Әхтәм ҡыҙы. “Ҡайһы берҙә ғаилә башлығынан алда сығып киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалам, “тормоз”ға баҫып, теҙгенде тартып алалар. Гүзәл ҡатын-ҡыҙ үҙенең урынын белергә тейеш. Юҡҡа ғына ир - баш, ҡатын - муйын, тимәгәндәр”, - тип йылмая һылыуҡай. Эшен дә яратып башҡара ул. “Китапхана ишеген асып килеп инеү менән серле донъяға эләккәндәй тоям үҙемде”, - ти 28 йыл китапханасы булып эшләп, бар нескәлектәренә төшөнгән белгес. Мәктәп, музей хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп төрлө саралар уҙғара, күсмә китапхана - библиобус менән Яңауыл, Шәрип ауылы әҙәбиәт һөйөүселәренә китап алып бара. Маскировка селтәре үрергә килгән ауыл ағинәйҙәрен дә китапханаға йәлеп итә. Шөкөр итә белһә, рәхмәтле булһа кеше бәхетле була, тиҙәр. Булғанына ҡәнәғәт, һау-сәләмәт, ярты һүҙҙән аңлап торған ҡыҙҙары, ныҡлы терәге – ире, яратҡан эше булыуы менән бәхетле Зәлиә Әхтәм ҡыҙы. Татьяна СНЕГОВА, БР Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика Үҙәге ҡаҙна учреждениеһының урындағы филиалы начальнигы: - Социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге учреждение филиалында Мәләүез районы һәм ҡалаһы биләмәһендә йәшәгән 1269 күп балалы ғаилә иҫәптә тора, 4 564 балаға түләүҙәр бирелә. Башҡортостан Республикаһының 2000 йылдың 24 июлендәге 87-з һанлы «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында» Законына ярашлы Башҡортостан Республикаһында өс һәм унан күберәк балаһы булған, шул иҫәптән уллыҡҡа алынған, опекаға (попечителлеккә) ҡабул ителгән, статусы мөҙҙәтһеҙ билдәләнгән ғаилә күп балалы ғаилә тип таныла. Күп балалы ғаиләлә социаль ярҙам сараларын күрһәтеү хоҡуғы өс бәлиғ булмаған баланың өлкән балаһына 18 йәшкә етеүе, йәки белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыусы ойошмала көндөҙгө бүлектә уҡыған осраҡта бындай балаға 23 йәшкә етеү менән сикләнә (Башҡортостан Республикаһының дәүләт милке йәки муниципаль милек булған музейҙарға, мәҙәниәт һәм ял парктарына, күргәҙмәләргә бушлай йөрөү генә был ҡағиҙәгә инмәй).