Быйыл Башҡортостанда беренсе класҡа 48 мең бала бара. Шулар араһында беҙҙең татыу коллективҡа ҡағылышы булғандары ла бар. Улар хәбәрсебеҙ Рузилә Ҡолөмбәтованың малайы Салауат менән биҙәлеш мөхәррире Ирек Ғәлиевтең ейәнсәре Айлина Исмәғилева. “Башҡортостан” гәзитенең матур йолаһы буйынса беҙ инде ҙурайған бәләкәстәрҙе редакцияға саҡырып, тормоштарындағы мөһим мәлдәрен теркәргә булдыҡ. Сәсрәп торған үткер ҡыҙ Айлина баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына уҡырға бара. Дүрт йыл буйы йөрөгән үҙенең балалар баҡсаһын һағынһа ла, яңы тормош башларға әҙер ул. Йыл буйына әҙерлеккә йөрөгәс, уҡытыусыһын да, буласаҡ класташтарын да белә Айлина. – Уҡытыусыбыҙ Зөһрә Ильяс ҡыҙы Ҡазыханова бик оҡшай миңә. Ул шундай яғымлы, матур итеп аңлата. Яңы дуҫтар ҙа табып өлгөрҙөм, Сабина, Йәсминә, Алтынай, Аяз менән дуҫлаштыҡ, – тип хәбәрен теҙә Айлина. – Математика оҡшай, рус теле лә яҡын, тырышып, матур итеп уҡырмын тип уйлайым. Быға тиклем аҙнаның биш көнө төрлө түңәрәктәр менән тулы булған ҡыҙ дисциплинаға өйрәнгән һәм мәктәптә лә уға ауыр булмаҫ тип иҫәпләй әсәһе Ирина. Бәләкәй сағынан “Башҡортостан” дәүләт концерт залында бейеүгә, бассейнға йөрөй икән ул. Мәктәптә иһә шахматтар түңәрәге өҫтәләсәк. ”Тағы ҡарармын әле, нәмәләр оҡшай, шунда йөрөрмөн”, – ти эшлекле ҡыҙ. Әйткәндәй, ҙурайғас стилист булам ти Айлина. Айлинаның класында 30 бала белем аласаҡ. Уҡытыу башҡорт телендә алып барыласаҡ. Уның ата-әсәһе ҡыҙҙары тыуған телен белһен, башҡорт мөхитендә үҫһен өсөн махсус ошо гимназияны һайлаған. Икенсе яҡтан, ҡала үҙәгендә урынлашҡан уҡыу йорто янында ғына ҡыҙҙың ата-әсәһе лә, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер олатаһы ла эшләй. Шулай булғас Айлинаны уҡыу, түңәрәктәргә бай ҡыҙыҡлы һәм файҙалы ғүмер көтә. Күҙҙәрен ҡыҫып ҡына шуҡ йылмайған малай – Салауат Ҡолөмбәтов. Беренсе класҡа ғына барһа ла, ул ике ҡустыһына ағай булып та өлгөргән. Шуға күрә шаярғыһы, уйнағыһы килеп торһа ла, үҙен ағайҙарса етди тотто. – Балалар баҡсаһында көндөҙ йоҡлаталар, шуға унда йөрөргә яратмай инем. Йоҡлатмағас, мәктәптә оҡшар ул. Йыл буйы әҙерлек мәктәбенә йөрөнөм. Уҡытыусыбыҙ Инзилә Зөфәр ҡыҙы Әлетдинова булды. Тик хәҙер яңы мәктәпкә барам, яңы уҡтыусы булыр тинеләр, һәйбәт кенә булһа ярар ине, – тип һөйләне Салауат. Әҙерлеккә йөрөгән саҡта Салауат үҙен бик ипле уҡыусы итеп күрһәткән, ти әсәһе Рузилә. “Уҡыуға үҙе тырышлыҡ һалды. Әйтмәһәң дә өйгә эшен әҙерләй торғайны. Үҙе уҡып өйрәнеп алды ла хәҙер китаптарын һөйрәп йөрөп ҡустыһын өйрәтеп маташа. Кисен ултырып уға китап уҡый. Яңғыҙлыҡты яратмай, уға һәр саҡ кем менәндер аралашырға кәрәк. Кеше менән тиҙ генә уртаҡ тел таба, дуҫтары ла күп. Балалар баҡсаһы менән хушлашҡанда иң күңелен бошондорғаны, дуҫтары менән айырылышыуы булды. Мәктәпкә тиҙ өйрәнер тип ышанам”, – ти ул. Салауат әҙерлекте 6 лицейҙа үткән, ә уҡырға өйөнә яҡыныраҡ урынлашҡан 88 мәктәпкә, 1Д класына бара. Быйылға шунда белем алып торһа, киләһе йылда яндарында асыласаҡ өр-яңы мәктәпкә күсәсәк. Быйыл йәй Салауаттың өсөнсө ҡустыһы тыуғас, уға тағы ла ҙурайырға, яңы һөнәрҙәр арттырырға тура килгән. Бәпес менән әүрәгән әсәһенә ул ҡоймаҡ ҡойоша икән. Хәҙер иһә ашарға бешерерә өйрәнгеһе, бөтә ғаиләһен тәмле итеп һыйлағыһы килә. Тышта уйнағанда иһә уртансы ҡустыһын ҡурсалап йөрөй, иң бәләкәстәрен дә ҡараша. – Ҙурайғас кем булаһың, Салауат? –Футболист! – тип ышаныслы яуап бирҙе малай. – Урамда малайҙар менән футбол уйнарға яратабыҙ. Быны күргәс әсәйем "Метеор" балалар футбол клубына бирҙе, унда бик оҡшай миңә. Тик футбол уйнап ҡына йөрөй тип уйламағыҙ, уҡып өйрәнгәс компьютерға, телефонға ҡушымталар эшләйем, файҙалы уйындар уйлап сығарасаҡмын мин! Бына ошондай маҡсатлы һәм аҡыллы балалар бар беҙҙә. Аҡ юл һеҙгә, бәләкәстәр! Айрат Нурмөхөмәтов фотоһы.