Салауат ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. 2024 йылда әүҙем һәм эшһөйәр эшҡыуар Роман Максимов Салауатта ит эшкәртеү һәм балыҡ ыҫлау буйынса «Балыҡ ите» цехын аса. Инвестиция күләме 12,8 миллион һум тәшкил иткән, ике яңы эш урыны барлыҡҡа килгән. Был идеяны Роман Максимов ике йыл элек тәҡдим иткән. Быға тиклем 8 йыл буйына эшҡыуар һәм уның командаһы һәүәҫкәр ыҫлау менән шөғөлләнгән. Колбаса цехын асыу өсөн эшҡыуарға байтаҡ көс түгергә тура киләбарҙы, бина, сертификат һәм продукцияға кәрәкле бөтә документация әҙерләнгән. Хакимиәт яғынан даими рәүештә эшҡыуар менән бәйләнеш булдырылған - консультациялар бирелгән, конкурс проекттарын төҙөүгә ярҙам күрһәтелгән. Роман Максимов - «Йыл эшҡыуары - 2023» республика конк
Эшҡыуар ит эшкәртеү һәм балыҡ ыҫлау буйынса цех аса
2 сентября 20242 сен 2024
1 мин