Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетының 2-се медицина колледжының яңы бинаһы асылды. Ул Черниковканың Репин урамындағы элекке 5-се һөнәрселек училищеһында урынлашҡан. Бинаны яҡшы итеп ремонтлағандар, уҡыу һәм сифатлы практик әҙерлек өсөн бөтә шарттар булдырылған. Аудиториялар һәм кабинеттар, компьютер класы, спорт һәм тамаша залдары йыһазландырылған. Медицина колледжында 500 бала – Өфөнөң төньяғындағы дауалау учреждениеларының, шул иҫәптән 8-се, 1-сө, 17-се дауаханаларҙың, Республика туберкулезға ҡаршы диспансерының буласаҡ шәфҡәт туташтары уҡыясаҡ. Башҡортостанда медицина кадрҙарын, шул иҫәптән урта звеноны әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә. Шуныһы мөһим, һуңғы йылдарҙа медицина колледждарына конкурс арта. – Республика колледждары һәм юғары уҡыу йорттары студенттарын, уҡыусыларҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайбыҙ! Ул күп файҙа һәм яҡшы, эңғай хис-тойғолар килтерһен, – тип ҡотланы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә белдереүенсә, республикала һөнәри медицина белеменә һәм йәш кадрҙар өсөн мөмкинлектәрҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, 2022 йылдан алып "Дауалау эше", "Шәфҡәт туташы эше", "Акушерлыҡ эше" һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса студенттар Октябрьский, Учалы, Нефтекама һәм Мәсәғүт медицина колледждарында һәм уларҙың филиалдарында уҡый. Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: - Беҙ махсус рәүештә Башҡортостандың сигендәге уҡыу йорттарында яңы йүнәлештәр астыҡ, хәҙер йәштәребеҙ үҙ ерендә уҡый аласаҡ. Яңы уҡыу йылында был колледждар 250 абитуриентты ҡабул итергә әҙер. Быйыл медицина колледждарын 1900 йәш белгес тамамлаған, киләһе йылда сығарылыш уҡыусылары һаны 2700-гә тиклем арттырыласаҡ, ә 2026 йылда 3200-ҙән ашып китәсәк. Улар дауаханаларыбыҙ, поликлиникаларыбыҙ һәм Фельдшер-акушерлыҡ пункттары коллективтарын тулыландырыр, тип көтәбеҙ. Фото: Администрация Главы Республики