Ауыл кешеһенә дауалау саралары ҡул аҫтында ғына тиергә тулы нигеҙ бар. Йәйгеһен урман-ҡырҙарҙан әллә күпме дарыу йыйып алып ҡайтырға булһа, белгәндәргә үҙе аҫраған мал, ҡош-ҡортонан да бик күп шифа табырға мѳмкин. Уларҙың үпкә-бауыры, эс майы һәм башҡалары һис кѳтмәгән файҙа килтереүе ихтимал. Түбәндәге кәңәштәребеҙ ҙә ҡаҙ майының дауаһы тураһында булыр. Ҡаҙҙың мамығы, ите генә түгел, уның дѳрѳҫ иретелгән һәм һаҡланған эс майы ла әллә күпме дауалау үҙенсәлегенә эйә. Белеп файҙаланғанда ул йѳҙҙән ашыу ауырыуға шифа булып тора. Унда РР, Е, Д, В тѳркѳмѳ витаминдары, бик күп файҙалы кислоталар, цинк, магний, селен һәм башҡа минералдар бар. Был май тулыһынса тәбиғи, унда холестерин юҡ. Ҡаҙ майы кислотаһы организмдың һыу балансын яйға һала, майҙарҙың һәм уның аналогтарынан торған органик матдәләрҙең организмға тиҙерәк үтеп инеүен арттыра. Ә был, үҙ сиратында, косметик сараларҙың тән тиреһенә тиҙерәк һеңеүенә килтерә, яраларҙың төҙәлеүенә ярҙам итә. Ҡаҙ майы составындағы селен матдәләр алмашы