Бөгөн төндә сәғәт ике тирәһендә Благовещен – Павловка автомобиль юлының икенсе саҡрымында булған авария фажиғәле тамамланған. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Павловка ауылынан Благовещен ҡалаһы йүнәлешендә хәрәкәт иткән “ВАЗ-2014” автомобиле юлдан ситкә ауған. Мәғлүм булыуынса, 21 йәшлек водитель транспортына идаралыҡты юғалтыуы сәбәпле аварияға осраған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ике пассажир – 27 йәшлек ҡатын һәм 57 йәшлек ир ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. Водитель үҙе һәм 26 йәшлек пассажир төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү үткәрелә, бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Юл хәрәкәте ҡағиҙәһен теүәл үтәгеҙ! Фото: https://t.me/bash_gibdd/6401