Бөгөн - Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо айҡанлы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. “Был ҡара-аҡ фотоға 90 йылдан ашыу. Кадр – Башҡортостан өсөн тарихи. Башҡортостан геологтары Ишембайҙа сығарылған тәүге нефткә шатлана. Шулай итеп, скважинанан сәнәғәт гигантына тиклем юл башлана. Ә бит башҡорт нефтенең булмауы мөмкин ине. “Киләсәкһеҙ ерҙә” эштәрҙе туҡтатырға тигән бойороҡ төшөрәләр, әммә экспедицияларҙың береһенең етәксеһе Алексей Блохин дауам итергә ҡарар итә, ә уға быраулаусылар ярҙам итә. Бөгөн тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәтсәндәренә Башҡортостан нефтен беренсе булып асыусы Алексей Блохин исемендәге миҙал тапшырыла. – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайым! Был көнгә Башҡортостан нефтселәре яҡшы күрһәткестәр менән килде. Ҡатмарлы макроиҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, беҙҙең нефть һәм газ сәнәғәте етештереү, сығарыу тиҙлеген һаҡлай. Ә нефть һаҡламдарын компания 2023 йылда сығарылғандан