Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда йәштәр өсөн мөмкинлектәр күп

Рәсәйҙә 2030 йылға тиклем йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу стратегияһы раҫланды. Ул йәш кешеләрҙең профессиональ һәм ижади үҫеше, ғаилә ҡиммәттәрен һәм сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу өсөн шарттар булдырыуҙы үҙ эсенә ала. Башҡортостанда бына инде биш йыл ошо өлкәлә комплекслы сәйәсәт алып барыла. 2021 йылда Өфөнөң тарихи үҙәгендә йәштәр һәм ирекмәндәр өсөн “Йәшлек House” киңлеге асылды. Бында тематик ваҡиғалар, проекттарҙың презентациялары һәм идеялар менән алмашыу ойошторола. Шулай уҡ 2023 йылда “Йәшлек төбәк” төбәк программаһы сиктәрендә республика ҡалаларында һәм райондарында йәштәр учреждениеларын яңыртыу өсөн 50 миллион һум бүленә. “Ике йыл элек “Йәшлек House”ты асҡанда республикала ошондай йәштәр киңлектәре барлыҡҡа килергә тейеш тип килештек. Был әүҙем йәштәребеҙ өсөн бик уңайлы формат – бер урында барлыҡ йәштәр ойошмалары һәм хәрәкәттәре йыйылған, тауыш яҙҙырыу студияһы, коворкингтар, тематик майҙансыҡтар эшләй”, – тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Бынан тыш, Башҡортостан етәкселеге һәм Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты булышлығында 2023 йылда Өфөлә, Нефтекамала һәм Учалыла яңы йәштәр киңлектәре барлыҡҡа килде. Ә 2024 йылда – Күмертауҙа, Ағиҙелдә, Краснокама һәм Хәйбулла райондарында. Зәлиә РӘХИМОВА, Өфө ҡалаһы: – Хәҙер йәштәрҙең йыйылыр, фекер алышыр өсөн үҙ киңлектәре бар. Бында миңә бик оҡшай. Фекерҙәштәр менән аралашабыҙ, яңы идеялар булдырабыҙ, үҙебеҙҙе бында иркен тота алабыҙ. Республика етәкселегенә ошондай мөмкинлек булдырғандары өсөн рәхмәт.