Бынан ун йыл самаһы элек бесән сабып йөрөгән ир-егеттең видеоһы бөтә интернет селтәренә таралып киткәйне. Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылынан Самат Аҙнабаев был видеояҙмаһы менән әллә күпме ҡарау, лайк, комментарийҙар йыйып, Ейәнсураның “Танцор дискоһы” булып танылды. Ул хатта Мәскәүҙә Андрей Малаховтың телетапшырыуында ла ҡатнашып ҡайтты. Бөгөн Саматтың хәлдәре нисек? Интернет селтәрендә таныштары, ауылдаштары яҙыуынса, ысынлап та, был популяр видеоға 11 йыл ваҡыт үткән. “Хәҙер уға 52 йәш булып китте. Иҫәнғолда ЖКХ-ла эшләп йөрөй. Һаман да дәртле, тик ошо бесәндәге бейеүен үҙе лә ҡабатлай алмай”, - тип яҙҙы Марат Хәлилов комментарийҙа. Әйткәндәй, Саматты Рөстәм Ғиззәтуллин үҙе менән гастролдәргә лә саҡырған була, тик Ейәнсура бейеүсеһе был тәҡдимдән баш тарта. Ейәнсуралар уның йәш саҡтан оҫта бейеүен билдәләй. Бына тигән эшсе, бейеүсе булыу менән бер рәттән Самат – күп балалы ғаилә башлығы ла: ул – алты бала атаһы. "Был видео заманында 3 миллиондан артыҡ просмотр йыйған ине. Донъяның 30-ҙан ашыу иленән, Рәсәйҙән башҡа иң күбе Ҡаҙағстан һәм Германиянан ҡараусылар булды. Видеола мин дә бар", - тип яҙҙы Саматтың яҡташы Марат Хәлитов. Фото: видеонан скриншот. Видео: Фәрхәт Фазылйәновтан.