Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа урта һөнәри белем биреүгә иғтибар артты. Был аңлашыла ла – илдә һөнәрсе ҡулдарға ихтыяж арта. Республикала һөнәри белем биреү системаһын үҫтереүгә комплекслы ҡараш ҡулланыла: матди-техник йыһазландырыу яҡшыра, уҡытыусылар һәм студенттар өсөн мотивация системаһы булдырыла, илдә иң яҡшы уҡытыу тәжрибәләре индерелә, сифатлы практика тәьмин ителә. Ошолар менән бер рәттән ятаҡтар төҙөү һәм төҙөкләндереү менән дә әүҙем шөғөлләнә республика властары. “Егеттәр һәм ҡыҙҙыр өсөн уңайлы дөйөм ятаҡ, спорт, ял итеү урындарының булыуы һәр ваҡыт мөһим. Колледж студенттарыбыҙ – иң яҡшылары”, – тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Ятаҡтар тигәндән, уларға ла ихтыяж бар булып сыҡты. Мәҫәлән, республикала билдәле уҡыу йорто – Учалы тау-металлургия техникумыныҡы ул бөтөнләй булмаған. Ошо сәбәпле республиканың Учалы һәм башҡа райондары, шулай уҡ ил төбәктәренән абитуриенттарҙы йәлеп итеү мөмкинлеге юҡ. Учалы тау-металлургия техникумы 1967 йылда ойошторолған. 2014 йылда техникум Учалы тау сәнәғәте колледжы тип үҙгәртелде. Колледж эшләй башлағандан алып 8 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Учалы районы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров колледждың уҡыу корпусын ҡараны. Уны студенттар өсөн дөйөм ятаҡ итеп 145 урынлыҡ итеп йыһазландырырға ниәтләйҙәр. Быйыл октябрҙә проект эштәре тамамланырға тейеш, бынан һуң бинаға капиталь ремонт үткәреләсәк. “Учалы колледжы республикала иң яҡшы колледждарының береһе, улар “Профессионналет” программаһын отто. Оҫтаханалары бик көслө, бай йыһазландырылған. Ятаҡ булмағас, балаларыбыҙ йә Силәбегә, йә башҡа биләмәләргә күсеп китте, сөнки йәшәргә урын юҡ. Беҙ һөйләшеп килештек, бына хәҙер проект төҙөйбөҙ һәм киләһе йылда бында ремонт менән инәбеҙ. 1 сентябрҙә ятаҡ балаларҙы ҡабул итәсәк”, – тине Радий Хәбиров. Колледж директоры Дмитрий Абдрахманов һөйләүенсә, колледждың стратегик партнеры – Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты. Шулай уҡ Башҡортостанда һәм унан ситтә урынлашҡан барлыҡ ҙур тау сеймалын табыу предприятиелары менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырылған. Ошондай партнерлыҡ һөҙөмтәһендә һуңғы ваҡытта колледжда тау сеймалын табыу сәнәғәте өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса заманса база булдырылды. Уҡытыу полигоны булдырылған, ул заманса уҡыу һәм етештереү ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Полигонда ер аҫты быраулау ҡоролмаһының уникаль тренажер уҡыу комплексы монтажланған. Булдырылған база дуаль әҙерлек системаһы элементтары менән уҡытыуҙың практик йүнәлешле технологияларын ҡулланырға мөмкинлек бирә. 2018 йылда колледжда “Аш-һыу, кондитер эше” йүнәлеше буйынса заманса оҫтаханалар булдырылған. Оҫтаханалар халыҡ-ара стандарттар буйынса йыһазландырылған һәм донъя талаптарына яуап биргән белгестәр әҙерләргә мөмкинлек бирә. 2020 йылда “Ер аҫты электр слесары” компетенцияһы буйынса заманса оҫтахана төҙөлгән, оҫтаханала, ысын производствола ҡулланылған кеүек, заманса етештереү ҡорамалы монтажланған. Йыл һайын колледж стенаһынан хеҙмәт баҙарына 200-ләгән кеше сыға. Колледжда өлкәндәрҙе “ҡыҫҡа” программалар буйынса әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә. Йыл һайын һөнәри һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү программалары буйынса колледжда 600-ҙән ашыу кеше уҡый. Рәмил Илбәков, Учалы районы: - Мин киләһе йылда туғыҙға барам. Электән Учалы тау-байыҡтырыу техникумында уҡырға тигән теләгем бар. Сөнки был һөнәрҙең ни тиклем перспективалы һәм килемле икәнлеген аңлайым. Үҙ ҡулдарым менән эшләп, аҡса тапҡым килә. Ләкин унда ятаҡ юҡлығын белеп ҡалғас, бик ҡайғырҙым, сөнки мин райондың алыҫ ауылында йәшәйем һәм көн һайын ҡалаға йөрөп уҡыу мөмкинлеге юҡ. Инде был хыялдан төңөлөргә тип йөрөгәндә, бында киләһе йылда ятаҡ төҙөләсәк тигән хәбәрҙе ишеттем. Ата-әсәйем менән быға бик ҡыуандыҡ. Тимәк мин үҙем теләгән һөнәрҙе аласаҡмын, ә ата-әсәйемә ҡуртымға фатир өсөн түләргә тура килмәйәсәк. Киләсәктә аҡсалы һөнәр алырмын тип уйлайым.