Башҡортостанға Ҡытайҙың Ляонин провинцияһы Шэньян ҡалаһы делегацияһы рәсми сәфәр менән килде. Ҡытай Халыҡ Республикаһынан фән һәм бизнес вәкилдәре Өфөнөң 450 йыллығына арналған сараларҙа һәм эшлекле бәйләнештәр булдырыу өсөн осрашыуҙарҙа ҡатнашты. 29 августа Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында Ҡытай делегацияһы вәкилдәре ведомство етәкселеге һәм ауыл хужалығы етештереүселәре менән осрашты. Сараны республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәүзәт Ханнанов алып барҙы, ул Ҡытай яғын Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы менән таныштырҙы, төбәктең экспорт ҡеүәте менән таныштырҙы, республиканың агросәнәғәт комплексы тауарын донъяның 44 иленә оҙатыуын билдәләне. Былтыр республика 328 миллион долларға торошло, рекордлы, 730 мең тонна тауарҙы экспортҡа сығарған. Осрашыуҙа төбәктәге инвестиция эшмәкәрлегенә һәм инвесторҙарға дәүләт ярҙамы сараларына айырыуса иғтибар бүленде. “Kaisheng Trading Group” компанияһы етәксеһе Чжу Юн (компания Ҡытайға етен, тары ярмаһы, ҡараб
Башҡортостан менән Ҡытай араһындағы хеҙмәттәшлек нығына
1 сентября 20241 сен 2024
1 мин