30 августа Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Гомель өлкә башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Дмитрий Петрожицкий менән осрашты. Сарала агросәнәғәт комплексында хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды. Осрашыуҙа шулай уҡ Беларусь Республикаһының ауыл хужалығы техникаһы, һөт малсылығы өсөн ҡорамалдар етештереүсе компаниялары – “Гомсельмаш” һәм “Гомельагрокомплект” вәкилдәре, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге рәсми дилерҙар, аграр ведомство вәкилдәре ҡатнашты. – Бөгөн ҙур күләмдә ауыл хужалығы техникаһын һатып алабыҙ, аграрийҙарыбыҙға ташламалар биреү тураһында килешеүҙәр ғәмәлдә. Беларусь етештереүселәре бөгөн бик яҡшы ауыл хужалығы машиналары сығара, уларҙы һатып алған фермерҙар бик ҡәнәғәт, – тине Илшат Фәзрахманов. – Бынан тыш, беҙ һөт малсылығын индустриялаштырыу курсын алдыҡ, 2030 йылға тиклем яһалма интеллект, яңы технологиялар индереп, 30 заманса һөт комплексын төҙөргә кәрәк. Һөт малсылығы өсөн ҡорамалдар менән тәьмин итеү өлкәһендә беҙгә дуҫ Беларусь менән оҙайлы һәм үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек итеүгә иҫәп тотабыҙ, һәм дөйөм алғанда республикаларыбыҙҙың ауыл хужалығының төрлө йүнәлештәрендә хеҙмәттәшлек өсөн бик күп варианттары бар. Осрашыуҙа шулай уҡ агросәнәғәт комплексы предприятиелары өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрен тикшерелде, йәштәр менән ошо йүнәлештә эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар. Дмитрий Петрожицкий урындағы аграр вузға уҡырға ингәндә йәш егеттәр өсөн ғәмәлдә булған өҫтөнлөктәр хаҡында һөйләне һәм Башҡортостанда ауыл хужалығы предприятиелары өсөн дәүләт ярҙамы сараһын, атап әйткәндә, йәш белгестәргә айлыҡ түләүҙәргә сығымдарҙың 90 процентын ҡаплауҙы баһаланы. – Шулай итеп, беҙ ауыл хужалығы предприятиеларын йәш белгестәрҙе үҙҙәренә алырға дәртләндерәбеҙ, үҙ сиратында йәш белгестәр үҙ маҡсаттарына йүнәлтелә алған “ярҙам” сараларына иҫәп тота ала, һуңынан йорт һатып алыуға, төҙөүгә субсидиялар алырға мөмкин, – тине Илшат Фәзрахманов. – Ерҙә эшләү – ул һөнәр, шуға күрә йәштәрҙе дәртләндереп эшкә йәлеп итеү бик мөһим, – тип билдәләне ул. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Беларусь делегацияһы Башҡортостанға Өфө ҡалаһының 450 йыллығын байрам итеүгә арналған сараларға килде. Ҡунаҡтар Мәләүез районының алдынғы хужалығында – "Салауат исемендәге колхоз" ауыл хужалығы етештереү кооперативында булды, унда уның техник йыһазландырылыуы менән танышты. Бынан тыш, хужалыҡта Беларустың "Гомельагрокомплект" компанияһының 1200 башлыҡ һөт-тауар фермаһы төҙөлөшө проектын тормошҡа ашырыу өсөн һөт ҡорамалдары менән тәьмин итеү буйынса һөйләшеүҙәр үтте. Шуны билдәләргә кәрәк, был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национального проекта “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға ҙәр этәргес булып тора. Фотолар: agriculture.bashkortostan.ru
Ерҙә эшләү – ул һөнәр, шуға күрә йәштәрҙе дәртләндереп эшкә йәлеп итеү бик мөһим
1 сентября 20241 сен 2024
2 мин