ФӘН Белеүебеҙсә, 2024 йыды ҡаршылар алдынан – 2023-төң декабре аҙағында Өфө вуз-ара кампусының тәүге сираты тантаналы шарттарҙа асылды. Әле уның икенсе сиратын төҙөү эштәре йылдам бара. Планға ярашлы, ул 2025 йылдың декабрендә сафҡа инергә тейеш. “Өфө вуз-ара кампусы – фәнни-белем биреү, студенттар ижады һәм эшҡыуарлыҡ мөхите. Беҙҙә йәштәр бик күп – бер миллион һикһән биш мең. Волга буйын федераль округында был – иң ҙур күрһәткес, шуға күрә кампус беҙгә ныҡ кәрәк ине”, - тип билдәләгәйне уны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Бөгөн бында ике тиҫтә самаһы лаборатория урынлашып, әүҙем эш башлаған. Йәш ғалимдар, фән менән ҡыҙыҡһынған студенттар уларҙа нимә менән шөғөлләнә? Ошо һорауға яуап биреү маҡсатында бер нисә лабораторияла алып барылған эштәргә, асыштарға туҡталып үтәйек. Нәҫел сирҙәрен өйрәнәләр Өфө фән һәм технологиялар университетының Өфө вуз-ара кампусында урынлашҡан геном һәм постгеном технологиялар лабораторияһында нәҫел сирҙәре үҫеше хәүефен алдан күҙалл