Йөрәк әрнеүе Никах уҡытҡас, ирем менән (улайтып атарға буламылыр инде уны), ярты йыл ғына йәшәп ҡалдыҡ. Беҙ бер йылдан ашыу йөрөнөк. Унан бер фатирға инеп, икәүләп йәшәй башланыҡ. Уның ата-әсәһе быға бер ҙә ҡаршы түгел ине. Ләкин минекеләр ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Әсәйем: “Гражданский брак тигән нәмә ирҙәргә генә рәхәт ул. Бер ниндәй бурысы юҡ һинең алдыңда! Йәшәп - йәшәп, ҡулланып - ҡулана ла, ташлап китә лә бара. Ә балағыҙ булһа!”-тип әрләне. Атайым да бик асыулы булғас, никах уҡытырға булдыҡ. Шул саҡта уның әсәһе: “Нимәгә артыҡ сығымдар? Туйға аҡса эшләгәстәр, барыһын бергә үткәрерҙәр ине әле”,-тине. Миңә шул саҡта аҡылыма килергә кәрәк булған да бит! Шулай ҙа әҙ-мәҙ кеше йыйып, никах уҡытҡан булдыҡ. Мулланы ла өйгә саҡырманылар, ә мәсеттә генә булды. Әсәйем: “Былар һиңә улының кәләшенә ҡараған кеүек тә түгелдәр. Һалҡындар”,-тигәс ҡыйын булды. Әммә әсәй хаҡлы булған. Мин эшләп фатирға әйберҙәр тултырҙым. Ул аҡсаһын үҙенә генә тотондо. Ата-әсәһе уны ҡунаҡҡа айырым, минһеҙ генә саҡырҙылар