Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәтрүшкәле миндек – тыуған яҡтың йылы сәләме

Резина, газ баллондары, пауэр-банктар, газ плитәләре, иретеп йәбештереү ҡорамалы, Калашников автоматы өсөн лазерлы төҙәүес, төҙәү ҡулайламаһын беркеткес, рация, мотор майы, электродтар, төрлө эш ҡоралдары, шәхси гигиена әйберҙәре, УАЗ автомобиле – былар барыһы ла ағиҙелдәрҙең күмәк көсө менән йыйылған. Яугирҙәрҙең хәрби рухын нығытыр өсөн ҡала балалары һүрәттәр төшөрөп һалған. – Ағиҙел халҡына һәм балаларға дөйөм эштән ситтә ҡалмағандары өсөн рәхмәт. Бындай иғтибар беҙҙең яугирҙәр өсөн бик мөһим, – тине Денис Ирназаров. – Ә хуш еҫле миндектәрҙе әүҙемселәр менән бергә йыйып бәйләнек. Алдағы бер барғанымда егеттәр яуҙағы көнкүреш шарттары менән таныштырҙы һәм үҙҙәре төҙөгән мунсаны күрһәтте. Шул саҡ улар Башҡортостан ҡайындарынан ҡырҡылған миндектәрҙе һағыныуын әйткәйне. Улар егеттәргә тыуған яҡ йылыһын еткерһен һәм көстәрен арттырһын, тип теләйбеҙ. Фото: Денис Ирназаровтың социаль селтәрҙәге шәхси битләүенән.