“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн “Ашығыс экспорт ярҙамы” эшсе төркөмө еңел һәм металл эшкәртеү сәнәғәте өлкәһенән Нефтекама ҡалаһының өс предприятиеһында булды. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте. – Өс йылдан ашыу ошо проект сиктәрендә Башҡортостан предприятиеларының экспорт ҡеүәтен асырға ярҙам итәбеҙ, һөҙөмтәлә 30 компания 90-ға яҡын экспорт контракты төҙөнө, һатыу географияһын киңәйтте. “Ашығыс экспорт хеҙмәткәрҙәре” эксперттары бөтәһе 455 предприятиеға барҙы, улар араһында 125 сәфәрҙә 90 проценттан ашыуы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарында булды. Артабан программаны тормошҡа ашырыуҙы дауам итергә ниәтләйбеҙ, сөнки компаниялар яғынан ҙур ҡыҙыҡһыныу барлығын күрәбеҙ, – тине Маргарита Болычева. Сәфәр сиктәрендә эшсе төркөм түбәндәге предприятиеларҙа булды: 1. АО “Мультимодаль предприятие” акционерҙар йәмғиәтендә – бәйләнгән һәм трикотаж ойоҡ-носки әйберҙәрен етештерә; 2. “Нефтекама күн-галантерея фабрикаһы” акционерҙар йәмғиәте – махсус кейем һәм аксессуарҙар етештерә; 3. ЯСЙ “220 Вольт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – төҙөлөш металл конструкциялары һәм изделиелары етештерә. “Ашығыс экспорт ярҙамы” эксперттары эшҡыуарҙарға төбәк һәм федераль ярҙам сараларын, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге хеҙмәттәрен йәлеп итеү буйынса консультациялар бирҙе: экспорт контрактын оҙатыу, халыҡ-ара, реверс бизнес-миссиялар ойоштороу һәм үткәреү, сит ил һатып алыусыһын эҙләүҙә һәм һайлап алыуҙа булышлыҡ итеү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең акселерация программаларында ҡатнашыуы һәм башҡалар. Шулай уҡ сәфәр барышында эшсе төркөм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Компания вәкилдәрендә халыҡ-ара күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыу, тауарҙы сит ил электрон сауҙа майҙансыҡтарында урынлаштырыу, Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы булышлығында логистик сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар һәм Экспортҡа ярҙам үҙәге биргән тауарҙы ташыуҙы берлектә финанслау айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. “Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәренә визитҡа йәки консультацияға ғаризаны электрон почта йәки телефон аша ҡалдырырға мөмкин: exportcenter@bashkortostan.ru, +7 347 246 89 28, +7 989 821 49 87. Хатта түбәндәгеләр күрпһәтелергә тейеш: - компанияның ҡыҫҡаса тасуирламаһы; - сайт йәки социаль селтәрҙәр; - бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр. Белешмә: "Ашығыс экспорт ярҙамы” программаһы Башҡортостан Республикаһында “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Пилот сығышы 2021 йылдың 1 февралендә Октябрьский ҡалаһында, Нефтекама ҡалаһында һәм Ишембай районында үтә. 2021 йылдың февраленән әлеге ваҡытҡа тиклем “Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты сиктәрендә мобиль бригадаларҙың 125 сығышы тормошҡа ашырыла, унда төбәктең 455 компанияһы ҡатнаша. 30 компания 86 экспорт контракты төҙөй һәм экспорт географияһын киңәйтә. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2020 йылдың 21 июлендәге 474-се Указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") тормошҡа ашырыла, уның маҡсаты-2030 йылға сеймал булмаған энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 проценттан кәм булмаған реаль үҫешен тәьмин итеү. Фото: foreign.bashkortostan.ru