Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балалар сәләмәтлеге хаҡында доға

Эй Аллаһ, мин Һинән гүзәл исемдәрең арҡылы һорайым. Балаларыма бәрәкәт бир тип Һиңә ялбарам. Раббым, уларҙың ғүмерен оҙайт, уларҙы һаулыҡ, сәләмәтлектән айырма, уларҙы Һиңә буйһоноуҙа һәм ғибәҙәт ҡылыуҙа ныҡлы ит. Раббым, уларҙың көсһөҙҙәренә көс бир һәм ауырыу булғандарына шифа бир. Раббым, уларҙың тәндәрен нығыт, ишетеү, күреү һәләттәрен яҡшырт, уларҙың кәмселектәрен төҙәт һәм уларҙы камил ит. Раббым, Үҙ мәрхәмәтең менән уларҙы ауырыуҙарҙан, гонаһтарҙан, хаталарҙан һәм аҙашыуҙарҙан һаҡла һәм уларҙы Һиңә тоғро ит. Эй Аллаһ, уларҙы ата-әсәләрен тыңлауға күндер. Эй Аллаһ, миңә уларҙы юғары әхлаҡлы һәм тәҡүәле итеп үҫтерергә ярҙам ит. Раббым, мин Һиңә үҙ нәҫелемде ышанып тапшырам. Мин Һинән уларҙы ауырыуҙарҙан һәм әхлаҡһыҙлыҡтан ҡурсалауыңды һорайым. Һин уларҙы төндә таралған яуызлыҡтан, көндөҙ күҙ тейеүҙән, кешеләрҙең көнләшеүенән һәм нәфрәтенән һаҡлаһын өсөн уларҙы Һиңә ышанып тапшырам. Раббым, балаларымды һәр яҡлап һаҡла – өҫтән дә, аҫтан да, уң яҡтан да, һул яҡтан да, алдан да, арттан да. Эй Аллаһ, балаларым намыҫымдың сәбәбе һәм ғорурлығымдың сығанағы булһын. Улар Һине яратҡандарҙы яратһын. Эй Аллаһ, балаларымды донъялыҡта ла, Ахирәттә лә – яҡшылыҡ һәм Һиңә буйһоноуға һәм Һине һөйөүгә килтергән ғилем менән ниғмәтлә. Аллаһым, балаларымдың башҡалар араһында дәрәжәһен күтәр һәм уларға бәхет-сәғәҙәт, тәҡүәлек һәм байлыҡ килтерәсәк уңышты юлдаш ит. Аллаһым, уларҙа саф йөрәк, рәхимлек, башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыу кеүек сифаттар булдыр һәм уларға ғилем бир. Эй Аллаһ, балаларымды кәмһетелеүҙән һәм мәсхәрәнән ҡурсала. Уларға ҡыуаныс килтер – был мине лә бәхетле итәсәк. Раббым, уларҙың ишетеү, күреү һәләттәрен һәм һаулығын бәрәкәтле ит, уларға аҡыл һәм күркәм холоҡ бир. Раббым, балаларым Хөкөм көнөндә минең өсөн дәлил булһын. Әмин. Шәйх Мөхәммәт бин Салих әл-Ғөҫәйминдең «Әл-марратү әл-мүслимә» китабынан. Сығанаҡ һәм фото: "Үткәрмә Йәсин" төркөмө.