31 августа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко менән осрашты. Көн тәртибендә – иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса “юл картаһы” сараларын үтәү. Осрашыуҙа тикшерелгән мөһим темалар иҫәбендә – агросәнәғәт өлкәһендә инвестиция проекттарын үҫтереү. Атап әйткәндә, һүҙ белорустарҙың “АМКОДОР” холдингы, Башҡортостанда стационар һәм күсмә иген киптереү комплекстары етештереү хаҡында барҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика ауыл хужалығы предприятиелары Белоруссияла етештерелгән техниканы әүҙем һатып ала. – Биш йыл эсендә Башҡортостан аграрийҙары 56 миллиард һумға 16 меңдән ашыу берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алды. Шуның 14,2 миллиард һумы тик былтыр ғына. Техниканың күпселек өлөшө – белорустарҙыҡы, – тине Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров. – Ошондай ҙур һорау менән файҙаланыу Белоруссия етештереүсе