Яңы Көрәш һарайы ысынлап та бик матур һәм мөһабәт килеп сыҡҡан. Уны асыу тантанаһынан һуң ҙур ҡунаҡтар журналистар менән аралашты һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостанды иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә тип билдәләне. – Өфө киңәйә һәм матурлана. Республиканың баш ҡалаһына килгәс, яңы объекттар барлыҡҡа килеүен, кешеләрҙең йәшәү шарттары яҡшырыуын күреп шатланам. Дөйөм алғанда, Башҡортостан да яҡшы темптар менән үҫешә. Илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, сәнәғәттең һәм инвестицияларҙың яҡшы үҫешен билдәләргә кәрәк. Торлаҡ төҙөлөшө лә үҙенсәлекле күрһәткестәр күрһәтә, – тип хәбәр итте Игорь Комаров. – Шуның менән бергә һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, мәғариф, фән, спорт өлкәһендә бик күп социаль объекттар барлыҡҡа килә. Һәр береһе хаҡында күп һөйләргә була, әммә уларға бөтә күңел һалып эшләүҙәре мөһим. Өфө халҡын юбилей менән ҡотлайым. Баш ҡалабыҙ артабан