Бынан тиҫтә йыл элек Башҡорт дәүләт университеты стеналары артында башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһы башланғайны. Хәҙер инде ул йылдан-йыл киңәйә барып, халыҡ-ара тигән статусты ла лайыҡлы яулап алды. Әйткәндәй, диктант яҙыу Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ярҙамында 2019 йылдан халыҡ-ара кимәлгә сыҡты һәм йыл һайын үткәрелгән матур бер ғаилә байрамына әйләнде. Йылдан-йыл диктант үткәрелгән майҙансыҡтар һаны артҡан кеүек ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киңәйә. 2019 йылда диктантты 69 687 кеше яҙһа, 2023 йылда – 340 333 кеше. Ә иһә 2024 йылда диктантты 408 399 кеше яҙған. 3018 оффлайн майҙансыҡ ойошторолған. Диктанттар ҡатнашыусыларға өс категорияла асыҡ. Быйыл, мәҫәлән, 1145 кеше юғары кимәл өсөн яҙған, 1478 кеше яңы башлаусылар кимәлен һайлаған һәм 395 кеше башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған диктантты. Әлбиттә, башҡорт теленән диктант акцияһында йыл һайын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тә әүҙем ҡатнаша. – Башҡорт теленән диктантты сит илдәрҙә лә яҙалар, һәм был беҙҙе бик шатландыра. Башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн күп эшләйбеҙ, айырыуса балаларға һәм йәштәргә заманса уҡытыу алымдары, мәктәптәрҙә йәш уҡытыусылар, киң мәғлүмәт сараларында сағыу проекттар, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға гранттар кеүек алымдар киң ҡулланыла, – тип шатлығы менән уртаҡлашты ул был проект хаҡында. Һәм, был йәһәттән, Башҡортостан Башлығы үҙенең миҫалы менән республиканың төп халҡының туған телен яҡлау кәрәклеген асыҡ күрһәтте. ФЕКЕР Рәшиҙә Мәһәҙиева, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” проектына нигеҙ һалыусы: - Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты быйылғы йылда “Патриот” паркында яҙғайным. Инйәр ҡасабаһынан Азамат Шәрәфетдинов исемле уҡыусы менән бергә ултырып яҙҙыҡ. Ул беренсе тапҡыр 5-се класта уҡығанда яҙғайным, ти. Бына бит, йыл һайын акцияла ҡатнашып өйрәнгән, тимәк, телебеҙгә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләнгән бер быуын үҫеп тә сыҡҡан! Әйткәндәй, 10 йыл элек ойоштороп ебәргән акциябыҙҙың бер маҡсаты ла шул ине бит. Бик тә күңелем булды: янып-көйөп башлаған эшемдең һөҙөмтәһен күреүҙән, уның баһаланыуынан, акцияның халҡыбыҙҙы берләштерер көскә эйә булғанын тойоуҙан... Шул йәһәттән, акцияны ойоштороусылар исеменән республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа туған телде үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм даими ярҙам күрһәткәне өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм. Тап уның республика етәкселегенә килеүе менән акция халыҡ-ара масштаб алды ла инде. Үҙенең шәхси ҡатнашлығы менән ул башҡорт теленә ихтирамлы мөнәсәбәт өлгөһөн дә күрһәтте. Фотолар: Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант порталынан.