Һуңғы биш йылда крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының артыуы күҙәтелә. Был Хөкүмәт тарафынан эҙмә-эҙлекле рәүештә ауыл ерендә эшләргә, үҙ эшен булдырырға тырышыусыларға ярҙам күләменең артыуына бәйле. 2019 йылдан алып бәләкәй хужалыҡтарға йәмғеһе 3,4 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Райондарға командировкаға сыҡҡанда был тармаҡтың үҫешен үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, тормошон ҡырҡа үҙгәртергә баҙнат иткән кешеләр менән осрашыу мөмкинлеге бар. Шундайҙарҙың береһе – Мәсетле районында йәшәгән Олеся Мөҙәрис ҡыҙы Ғәләүетдинова. Ул егерме йылға яҡын уҡытыусы булып эшләй. Ләмәҙтамаҡ ауылындағы дөйөм белем биреү мәктәбендә социаль педагог, унан өҫтәмә белем алғас тарих уҡытыусыһы булып эшләй. Тик бер көн килеп тормошон ҡырҡа үҙгәртә. Мәсетле районына командировка мәлендә Олеся менән күҙгә күҙ осрашып һөләшеү мөмкинлеге тыуҙы. – Олеся, һөнәр алмаштырыуы, мәктәпте ташлауы ауыр булманымы? – Уҡытыусы – бик күп көс талап иткән һөнәр. Һәр кем уҡытыусы була алмай. Уҡыусылар өсөн ҡай саҡ үҙеңдең балаларыңа күрһәтмәгән хәстәрҙе күрһәтәһең, көйәһең, уйланаһың. Мәктәпкә бөтөн энергияңды бирергә кәрәк, сөнки шунһыҙ, балалар менән эшләп булмай. Ысын уҡытыусылар – оҙаҡ йылдар һөнәренә тоғро булып йәшәүселәр. Улар алдында баш эйәм. Уҡытыусылыҡ ҡанға һеңгән һөнәр булһа ла, хәҙер үҙ балаларым өсөн генә уҡытыусы булып ҡалам. – Тормош иптәшегеҙ Азат Әнүәр улы 2008 йылдан шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнә. Эшегеҙҙе бер һыйырҙан башлағанығыҙҙы беләм. – Шулай. Тәүәккәләнек тә, бер һыйырҙан көтөү йыя башланыҡ. Йылдан-йыл һыйыр малы ишәйҙе. Хужалыҡ һәм мәктәп араһында өҙгөләнергә тура килде. Әммә былтыр, ике эште бер ыңғай алып барыу мөмкин түгел тигән ҡарарға килдем. – Район хакимиәтендә һеҙҙе маҡтап телгә алдылар һәм “Агростартап” программаһы менән оҫта эш иткән крәҫтиән (фермер) хужалығы тип билдәләнеләр. – “Агростартап” программаһы ауыл хужалығы тармағында эшләгәндәр өсөн бик ҡулайлы һәм ҙур ярҙам булып тора икәнен билдәләгем килә. Тәү сиратта беҙгә трактор кәрәк ине. Малды ашатыуға бесән әҙерләү, сәсеү, урыу эштәренең һәр береһенә трактор кәрәк. Ә беҙҙең иҫке трактор гел иң кәрәк ваҡытта ватылып йонсотто. Тәүге тапҡыр программала 2021 йылда ҡатнаштыҡ һәм шунда уҡ өс миллион һум аҡса алыу мөмкинлеген алдыҡ. Был аҡсаға МТЗ тракторы һатып алдыҡ һәм һөтлө һыйырҙар алыуға ла аҡса етте. Шуға был программаға йыл һайын документтар тапшырып торҙоҡ. – Һеҙҙең менән “Фермерҙар мәктәбе”ндә танышҡан инек. Былтыр һеҙ “Россельхозбанк” менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә үткәрелгән уҡытыу программаһында ла көс һынап ҡаранығыҙ. Ошо хаҡта һөйләп үтегеҙ әле. – Тап ошо уҡыуҙар миңә яңы мөмкинлектәр асты, яңы белем бирҙе, күп мәғлүмәт алдым. Иң мөһиме ошо уҡыуҙарҙан һуң артабан ниндәй йүнәлештә атларға икәнен аңланым. Миңә ҡалһа, ауыл ерендә үҙ эшен башларға теләгән һәр кем тәү сиратта ошо курстарҙы үтергә тейеш. Бында яңы эш башлаған крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе тәү сиратта ниндәй ауырлыҡтар менән осрашасағы тураһында аңлатып бирәләр, был ауырлыҡтарҙы еңеү юлдарын алдан аңлаталар. Шуға уларҙы үтеүе ауыр түгел. Мәктәп эскәмйәһендә беҙгә ошо төшөнсәләрҙе аңлатып бирһәләр, йәштәр ҡалаға атлығып тормаҫ ине. Үҙе йәшәгән ерҙә эшләп, килем алырға атлығып торор ине, сөнки беҙҙең тәбиғәт быға яраҡлаштырылған. Алдынғы ҡарашлы, яңы маҡсаттар менән янған кешеләр ауыл ерендә бик кәрәк. Айырыуса әле, халыҡ-ара сәйәси хәл ҡатмарлашҡан мәлдә беҙ күберәк үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлекте етештерергә, халыҡты тәьмин итергә өйрәнергә тейеш. Замана крәҫтиән (фермер) хужалығының маҡсаты – импортҡа индерелгән аҙыҡ-түлекте алмаштырып, көслө тыл тәьмин итеү. – Һеҙҙең әле нисә баш малығыҙ бар? Ер мәсьәләһенә килгәндә, көтөүлек, сәсеү майҙандары бүлеү менән ауырлыҡтар юҡмы? – Әле беҙҙең 33 баш малыбыҙ бар. Шуларҙың 13-ө һауын һыйыр. Көнөнә 80 литр һөт һауып алабыҙ. Һөттө “Юлдаш” кооперативына эшкәртеүгә тапшырабыҙ. Ер мәсьәләһенә килгәндә, район хакимиәте менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Шуға һәр мәсьәлә тиҙ хәл ителә. 63 гектар пай ерҙәре бар, йөҙ гектар самаһы бесәнлек. Күптән түгел ауыл эргәһендәге элекке ферманы ун йылға ҡуртымға алдыҡ. Көтөүгә килгәндә, малдарҙы электркөтөүсе көтә. Бик уңайлы. Быйыл тәүгә мәшғүллек үҙәге аша йәйге миҙгелгә эшселәр алдыҡ. Уларҙың икәүһе минең элекке уҡыусыларым. Шуға бик тырышып эшләнеләр һәм бер-беребеҙҙән ҡәнәғәт ҡалдыҡ. – Ҡыҙыҡ һүҙбәйләнеш ҡулландығыҙ: “замана крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе”. Һеҙ ундай хужаны нисек итеп күрәһегеҙ? – Күптәр ауыл хужалығы өлкәһен күңелһеҙ, бер төрлө, үҫеше булмаған тармаҡ кеүек ҡабул итә. Был төптән ялған фекер. Замана фермеры алдында мөмкинлектәрҙең күплеген һанап бөтөрлөк түгел. Ул заманса технологиялар ҡулланып үҙенең һәм ҡул аҫтында эшләгән кешеләрҙең эш шарттарын күпкә еңелләштерә ала. Үҫеш һәм уҡыу өсөн шарттар булдырылған. Мәғлүмәт күп, таба һәм ҡуллана ғына бел! Рәсәй кимәлендә лә, Башҡортостанда ла ауыл хужалығы тармағына Хөкүмәт тарафынан ярҙам ҙур. Төрлө-төрлө программалар эшләй. Ауыл хужалығы тармағына уҡырға килгән студенттар һәм тәжрибәле фермерҙар өсөн дә яңынан-яңы офоҡтар, мөмкинлектәр асыла. Уларҙы тормошҡа ашырыр өсөн бары тик теләк кәрәк. Үҙемә килгәндә иһә тормош иптәшемә, балаларыма һәм туғандарыма рәхмәтлемен. Улар минең бер башланғысымды ла кире ҡаҡманы, киреһенсә, тик уңыштар теләп, хуплап торҙо. “Агростартап” программаһы миңә яңы мөмкинлектәр асты. Ауыл советы һәм район хакимиәте ярҙамы менән ошондай грант алыуға өлгәштек. Хәҙер һөҙөмтә күрһәтергә кәрәк. Тағы ла форсаттан файҙаланып, йәштәргә кәңәш биргем килә: аҡса эшләү – маҡсат түгел, улар бары маҡсатты тормошҡа ашырырға ярҙам итергә тейеш. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы: Быйылғы йыл ауыл хужалығы тармағы өсөн ауыр булды. Санкциялар, сеймалға хаҡтарҙың күтәрелеүе, кадрҙарға ҡытлыҡ, һауа шарттары йоғонто яһаны. Беҙҙең ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау күләме һиҙелерлек артты. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе кәмендә 8,7 процентҡа арттырыу бурысын ҡуйҙыҡ. Ауыл хужалығы техникаһы һәм паркын артабан да яңыртып торасаҡбыҙ. 2020 йылдан Розагролизинг аша ҡорамалдар менән тәьмин итеү буйынса 2020 йылдан Рәсәй төбәктәренең тәүге бишәүһе иҫәбенә индек. Хужалыҡтарҙы һәм кооперативтарҙы үҫтереү йәһәтенән республикабыҙ илдә лидерҙарҙың береһе булып тора. Фотолар Олеся Ғәләүетдинованың шәхси архивынан алынды.