Балалы ғаиләләр Башҡортостан халҡы һанының үҫешендә ҙур роль уйнай. Улар – йәмғиәтебеҙ нигеҙе. Тап ғаиләләрҙә яуаплы, эшһөйәр һәм илһөйәр балалар тәрбиәләнә. Башҡортостанда демографик хәлде нығытыу һәм балалар, уларҙың ата-әсәләре өсөн йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында ғаилә институтына ярҙам итеү буйынса сәйәсәт алып барыла. Башҡортостан – Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында күп балалы ғаиләләр һаны буйынса лидер. Һуңғы ун йылда республикала күп балалы ғаиләләр һаны 59 меңгә етте, үҫеш 27,5 процентҡа артты. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәйҙә етенсе урын биләй. “Балалар тәрбиәләнгән 230 меңдән ашыу ғаилә төрлө ташламаларҙан файҙалана, ә ай һайын бирелгән бала тыуыу һәм уны тәрбиәләү буйынса пособиеларға түләүҙәргә быйыл 25 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлдек”, - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Былтыр, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, Дәүләкән ҡалаһынан 11 бала әсәһе Гөлназ Ҡорманаева ғаилә инс