Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бишбүләктәр ауылдарын матурлай

Ауылдарҙағы шарттар ҙа ҡаланыҡынан ҡайтыш түгел. Бишбүләктәр “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы ярҙамында байтаҡ биләмәләрен төҙөкләндереүгә өлгәшкән. Бишбүләк ауылының уртаһындараҡ ҡына урынлашҡан “Ватан һаҡсылары” паркы ла 2020 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы яңы төҫ алған. Биләмә яңы ҡойма менән уратылған, брусчаткалар һалынған, ҙур итеп балалар һәм спорт майҙансығы ҡоролған. – Элек был парктың ҡоймалары ла ябай ғына ине. Йәйәүлеләргә йөрөргә бындай матур юл да булманы. Төҙөкләндергәндән һуң парк яңы төҫ алды. Аҡсаның 92 проценты федераль ҡаҙнанан бүленде. Халыҡ паркка яратып йөрөй. Эргәлә генә мәктәп, балалар баҡсаһы, “Елкән” физкультура-һауыҡтырыу комплексы урынлашҡан. Шуға парктан кеше өҙөлмәй ҙә, – тип һөйләне район хакимиәтенең архитектура, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге белгесе Ильвира Камалова. Айыт ауылының йәме ул Ошо уҡ программа буйынса Айыт ауылында ла бөгөнгө көндә бик матур ял урыны булдырыла. Район халҡының тауыш биреү һөҙөмтәһендә был хәл ителә. Былтыр ер эштәре башҡарылған, ҡоймаланған, йөрөр өсөн брусчатка һалынған. Быйыл биләмәнең буйынан-буйына йүгереү юлы, спорт майҙансығына йомшаҡ япма эшләнгән. Паркта эштәр артабан да дауам итәсәк, – ти Айыт ауыл биләмәһе башлығы Рәсил Ғимазетдинов. – Киләсәктә бында спорт, балалар майҙансыҡтарының ҡорамалдарын ҡороу, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр ҡуйыу ниәтләнә. Парктың эшләнеп бөтөүен халыҡ түҙемһеҙлек менән көтә. Сөнки был паркты булдырыу өсөн барыбыҙ ҙа тырыштыҡ. Тап ошо объектты төҙөкләндереү өсөн ауылдаштар ғына түгел, барлыҡ яҡташтар тауыш бирҙе. Уларҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ, – тине Рәсил Фоат улы. Айыт ауылы башҡа программаларҙа ла ҡатнашып, ауылдарын матурлауға өлгәшә. Мәҫәлән, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһына ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә обелиск ҡуйғандар. Республика, район ҡаҙнаһы, халыҡ, бағыусылар көсө менән ҙур эш башҡарылған. Обелискыла ауыл биләмәһенән һуғышта ҡатнашыусыларҙың исемдәре яҙылған. Айыт ауылы яугире, Советтар Союзы Геройы Хәмит Ғәҙелшинға бюст ҡуйылыуы ла был биләмәне тулыландырып, йөкмәткеһен байыта. Башҡортостан парктары яңыра Төҙөкләндерелгән парктар, скверҙар, ял зоналары, яҡшы үҫешкән инфраструктура – былар барыһы ла йәшәү уңайлылығын хәстәрләй. 2019-2024 йылдарҙа республикабыҙҙа йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылды. Күп проекттар федераль аҡса иҫәбенә тормошҡа ашырылды. "Уңайлы ҡала мөхите” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, 2019 йылдан республикала 683 йәмәғәт киңлектәре төҙөкләндерелде, шул иҫәптән 2023 йылда ғына – 123 биләмә. ФЕКЕР Александр СЕМЕНОВ, Бишбүләк ауыл биләмәһе башлығы: –“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы йәмәғәт биләмәләре, парктар, скверҙар төҙөкләндерелә. Тап ошо программа ярҙамы менән район үҙәгендә 2018 йылдан алып дүрт йәмәғәт биләмәһе яңыртылды. Шуны билдәләү мөһим, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың был программаны 2030 йылға тиклем һуҙырға ҡарар итеүе беҙгә яңы мөмкинлектәр аса. Тап ошо программа ярҙамында киләсәктә Бишбүләк ауылының Үҙәк майҙанын төҙөкләндерергә тигән маҡсатыбыҙ бар. Унда фонтан, ял зоналары, оҫталар кибетен асырға ниәтләйбеҙ. Ауыл халҡы өсөн уңайлы ял урындары булдырыу йәһәтенән күп нәмә эшләнә. Был беҙҙең өсөн ҡыуаныслы күренеш. Фотолар: район хакимиәтенән.