Күңел түренән Һеңлемде яңы йыл алдынан кейәүгә бирҙек. Һаман уйланып йөрөйөм борсолоп. Сөнки бәхетле һәм оҙаҡ йәшәйәсәктәренә шикләнәм. Юҡ, йәштәр бер-береһен ярата, әммә хәҙер бит кәләштәрҙе кейәү менән йәшәргә түгел, ә уларҙы еңергә, хатта улар менән һуғышырға өйрәтәләр. Нишләп шулай икән? Һөҙөмтәлә, йәштәр айырыла, йә эт менән бесәй кеүек йәшәй, йә ир эскелеккә һабыша йәки үҙ һүҙе булмаған, бер кем хөрмәт итмәгән мәхлүккә әйләнә. Мин кейәүгә сыҡҡанда ла апайҙар, еңгәйҙәр, инәйҙәр: “Штубы иреңде еңдермә! Баштан уҡ ҡаты тот. Ҡәйнәңде беренсе көндән урынына ултырт!”-тип өйрәттеләр. Барыһын да ишетеп ултырған әсәйем дә өндәшмәне. Тимәк, килеште улар менән. Шуға күрә килен булып йәшәй башламаҫ элек ҡәйнәм монстр булып күренде. Ә ул бит миңә бер насарлыҡ эшләмәгән ине. Мин уның һәр ҡарашын, һәр ҡыланышын үҙемә ҡаршы ҡабул иттем. Иремә мыжыным. Иремде туҡтауһыҙ еңергә маташтым. Үсегеп ҡайтып киттем. Апайҙарым “артыңдан килеп йығылмайынса барма” тип өйрәтте. Һөҙөмтәлә, хәҙер мин яңғыҙ үҫтер