Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡаланы маҡта ла, ауылда тор

Республикала әлеге ваҡытта 1,5 миллион кеше ауылда йәшәй. Һәр кем үҙенсә тырышып, тыуған ерендә донъя көтә, тыуған еренә файҙа килтереп, ауылын ҡоротмауға өлөш индерә. Тәү сиратта тап ауылдарҙа йолалар һәм мәҙәниәт һаҡлана. Һуңғы йылдарҙа ауылды һаҡлап ҡалыу, йәштәрҙең ауылда ҡалыуын тәьмин итеү мәсьәләһе көнүҙәк булып тора Тап шуға ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вазифаны йөкләү менән ауылдарҙа һәм район үҙәктәрендә тормош шарттарын яҡшыртыу кәрәклегенә баҫым яһаны. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн эҙмә-эҙлекле эш башланды. Тәү сиратта спорт объекттары, мәҙәниәт йорттары төҙөкләндерелде һәм төҙөлдө. Улар алдында уңайлы һәм яҡтыртылған майҙансыҡтар, парктар барлыҡҡа килде. Был инфраструктура балаларға хәүефһеҙ уйнау урындары тәьмин итә, ата-әсәләргә һәм өлкәндәргә йөрөп килеү мөмкинлеге бирә. Был эш үҙ һөҙөмтәһен бирә башланы. Йәштәр ауылда һәм район үҙәктәрендә йәшәргә ҡала, баш ҡаланан, башҡа төбәктәрҙән күсеп килеүселәр һаны ла арта. Кемдәргә ярҙам күрһәтелә? Башҡортостанда дәүләт һәм муниципаль учреждениеларға эшкә килгән белгестәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Был Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән ҡарар. Дәүләт ярҙамын уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм фармацевтар, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә эшләүселәр, социаль хеҙмәткәрҙәр, спорт һәм физик культура өлкәһендә эшләүселәр алыу мөмкинлегенә эйә. Башҡортостанда “Ауыл табибы”, “Ауыл уҡытыусыһы”, “Ауыл тренеры”, “Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре” программалары уңышлы эшләй. Улар үҙҙәренең һөҙөмтәлелеген күрһәтте һәм ауылға ҡайтҡан белгестәргә ҙур ярҙам булды. Ошо программалар ярҙамында, йәш белгестәр үҙҙәренең тыуған ерҙәрендә иркенләп эшләргә һәм йәшәргә, аяҡтарында ныҡлы баҫып тороу мөмкинлеге алды. Мәҫәлән, “Ауыл тренеры” программаһы 2020 йылдан тормошҡа ашырыла. Проект Рәсәйҙең тағы 24 төбәгендә тормошҡа ашырыла. Республикала иһә проектты тормошҡа ашырыуға йыл һайын 60 миллион һум аҡса бүленә. 2023 йылдан түләүҙәр бер миллион һум тәшкил итте. Ошо дүрт йыл эсендә 176 тренер 134 800 миллион һумлыҡ ярҙам алған. Галина РЫЖКИНА, Белорет районы Олимпия резервы спорт мәктәбе директоры: - “Ауыл тренеры” – кәрәкле һәм файҙалы программа. Тренерҙарҙың аҡса алыуы ғына түгел, уларҙың ауыл ерендә кәмендә биш йыл эшләргә тейешле булыуы менән дә отошло. Артабан улар ниндәй эш атҡарғанлығы, тәрбиәләнеүселәрҙе нисек әҙерләүе, ниндәй уңыштарға ҡаҙаныуы тураһында иҫәпләмә бирергә тейеш. Ябай итеп әйткәндә, тренерҙар балаларҙың уңышы менән ҡыҙыҡһына һәм ихлас күңел менән эшләй. Был – районыбыҙҙа күп кеше ҡатнашҡан спорттың үҫешенә булышлыҡ иткән шәп этәргес ярҙам сараһы. Ауылға табиптар кәрәк Ауылдарҙа медицина хеҙмәтләндереүе аҡһай тип зарланған халыҡ иркен тын алып ҡалды. Хәҙер ауыл ерендә лә белгестәр бар. Рәсәй Презиенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырыла башлаған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары уңышлы эшләй. Был проекттар ауыл халҡына, айырыуса алыҫ райондарҙа йәшәүселәрҙе медицина ярҙамы менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Ошо программалар ярҙамында төбәктә өс меңдән ашыу белгес ауылға эшкә килгән. Программа эшләй башлаған йылды, йәғни 2022 йылда, өс мең табип һәм 5 735 урта медицина белеме булған белгес эш башлаған. Уларҙың барыһы матди ярҙам алған. Быйыл иһә 129 медицина белгесе 144,5 миллион һумлыҡ ярҙам алған. Уҡытыусылар ниндәй ярҙам ала? Ауылға эшләргә килгән уҡытусы бер миллион һум аҡса ала ала. Был программа ла Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2020 йылда эшләй башланы. Уҡытыусы аҙнаһына 18 сәғәттән кәм алмаҫҡа һәм биш йыл ошо урында эшләргә бурыслы. Дүрт йыл эсендә 150 уҡытыусы эш урынын алмаштырып, ауылға күсеп килергә батырсылыҡ иткән. Бынан тыш, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәш уҡытыусыларға йыл һайын 690 мең һумлыҡ грант бирелә. 2019 йылдан бирле был матди ярҙамды 525 педагог алған. Быйыл иһә тағы 150 уҡытыусыға ошо күләмдә аҡса күсереләсәк. Мәҙәни усаҡтар ауыл йылыһын һаҡлай “Ауылдың мәҙәниәт хеҙмәткәре” прораммаһы республикала 2021 йылдың сентябренән тормошҡа ашырыла башланы. Программа ярҙамында күп кенә мәсьәләләр тормошҡа ашырылды: йәш белгестәрҙе ылыҡтырыу, кадрҙар етешмәү хәл ителде. Программа эш башлаған йылда уҡ 49 райондан 60 кеше 500 мең һумлыҡ ярҙам алды. Был аҡсаны 27 кеше фатир йә йортҡа тәүге иғәнә итеп тотондо. Өс йыл эсендә иһә 120 белгес йәшәү шарттарын яҡшыртты. Был маҡсатҡа 75 миллион һум аҡса бүленде. 2025 йылдан әлеге программа бөтөн Рәсәй буйынса эшләй башлаясаҡ. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы: Республикала, шул иҫәптән ауылдарҙа ла тормоштоң уңайлы булыуы мөһим. Шуға күрә беҙ маҡсатлы рәүештә спорт ҡоролмалары төҙөйбөҙ, йәмәғәт киңлектәрен яҡшыртабыҙ. Ауылда йәшәүселәр лайыҡлы эшләй алһын, тулы тормош алып барһын, ғаилә ҡороп, бала тәрбиәләһен өсөн инфраструктура булдырабыҙ. Руслан ИБӘТУЛЛИН, Учалы районының Юлдаш ауылында фермер: Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ситтә эшләп ҡараным, ләкин ҡаланы үҙ итмәнем. 2015 йылдан крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, малсылыҡ, үҫемлекселек йүнәлешендә эш башланым. Малдар өсөн фермаһын хәстәрләнек, техника ла алдыҡ. Әле 14 берәмек техника бар. Дәүләттән ярҙам алдым. Ул аҡсаға ун баш тана һәм МТЗ-82 тракторы алдым.Атайым да һөнәре буйынса механизатор булғас, һәр ваҡыт уның эргәһендә был эштең нескәлектәрен белеп күреп йөрөнөм. Шуғалырмы бала саҡтан баҫыу эшенә, иген үҫтереүгә ныҡ ҡыҙыға торғайным. Үҫмер саҡта баҫыуҙа эшләгән өр яңы комбайндарға ярҙамсы булып ултырып йөрөү бик оҡшай торғайны. Күңелем тартҡан һөнәр буйынса хеҙмәт иткәс, эш тә ырайҙыр. Маҡсатым – артабан да ошо йүнәлештә эшләргә. Ауылда ла бына тигән итеп йәшәп, эшләп була. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.