Бындай ағыулы матдәләрҙе коксохимия, металлургия, нефть эшкәртеү заводтары, шулай уҡ йылытыу системалары, йылылыҡ энергетикаһы предприятиелары, авиация, автомобиль һәм һыу транспорты сәнәғәте тарата. Химия фәндәре кандидаты Дмитрий Корнилов тәҡдим иткән алым арзан реагент ҡулланыуға нигеҙләнә, ул химик реакция арҡаһында ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ағыулы матдәне хәүефһеҙ яңы матдәгә әйләндерә. Проект Башҡортостан Башлығы грантына башҡарылған. - Был төр ағыулы матдәләрҙең тәбиғәттә туплана алыуы арҡаһында, улар экологик яҡтан иң хәүефлеһе тип һанала. Шуға ла уларҙы кәметергә кәрәк, сөнки был матдәләр менән зарарланыу кешелә яман шеш барлыҡҡа килтерергә һәләтле. Канцероген булыуҙан тыш, бындай ағыу гендарҙа мутация барлыҡҡа килтереп, яралғы үҫешенә зарар килтерә ала, - тип аңлата ғалим. Яңы алым әле ӨФһТУ-ның физик химия һәм химик экология кафедраһында тикшереүҙәр үтә. Ул экологтар, биохимиктар, геохимиктар, физик органик химия өлкәһе белгестәрендә ҡыҙыҡһыныу уята. Һөҙөмтәләрҙе киләсәктә коксохимия, металлургия, нефть эшкәртеү сәнәғәтендә ҡулланырға мөмкин булыр, тип көтөлә. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/24802/
Вуз-ара кампустың йәш ғалимы ағыулы матдәләрҙе зарарһыҙландырыу юлын тапҡан
30 августа 202430 авг 2024
~1 мин