Сәйәси тикшеренеүҙәргә махсуслашҡан Социаль тикшеренеүҙәр эксперт институты (ЭИСИ) “Һайлау - 2024: һуңғы фараз” түңәрәк өҫтәле йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы. Эксперттар, социология мәғлүмәттәренә таянып, Рәсәй төбәктәре башлыҡтарын һайлау һөҙөмтәләре буйынса фараз бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙә Рәсәй Федерацияһының 25 субъектында һайлау үтәсәк. Беренсе тезис– һайлауға, тәү сиратта губернатор һайлауына, халыҡ яғынан ҡыҙыҡһыныу бик юғары. “Башинформ” мәғлүмәт агентығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда һорау алыуҙа ҡатнашҡан халыҡтың 78 проценты алдағы һайлау тураһында хәбәрҙар, 64 проценты һайлауға барырға ниәтләй, тағы 16 проценты был хаҡта уйлай. Башҡа төбәктәрҙә лә шундай уҡ һөҙөмтәләр күҙәтелә: Вологда өлкәһендә халыҡтың - 77 проценты, Калининград өлкәһендә 81 проценты һайлау тураһында белә. Артабан эксперттар һайлау кампанияһы осоронда һайлаусыларҙың лозунгтарға ҡарағанда конкрет эштәргә яҡшыраҡ яуап биреүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Алдағы тауыш биреү референдум характерында буласаҡ, ғ
Федераль эксперттар фекеренсә, һайлауҙа ғәмәлдәге төбәк башлыҡтары еңәсәк
30 августа 202430 авг 2024
1 мин