Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йырсы Гагарина ниндәй теләк белдергән?

Популяр Рәсәй йырсыһы Полина Гагарина видеомөрәжәғәт яҙған һәм унда Өфөнөң юбилейындағы сығышына ҡағылышлы мөһим мәлгә иғтибарҙы йәлеп иткән. "31 августа Мотор төҙөүселәр мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда һеҙгә иң яҡшы йырҙарымды йырлармын. Сығышым аша һеҙгә һөйөүемде белдереп кенә ҡалмайым, ә Курск өлкәһендә бәләгә тарығандарға финанс ярҙамы ла күрһәткем килә", - ти ул. Бынан алдағы яҙмаларҙа әйткәнебеҙсә, байрам саралары ҡаланың бөтә төп майҙандарында үтә. Программа менән ошо һылтанма буйынса үтеп, танышырға мөмкин: https://vk.com/wall-104965500_302072. Тамашаларҙа республика эстрадаһы артистары ла, саҡырылған башҡарыусылар ҙа сығыш яһай. Видео: "Башинформ".