Киң мәғлүмәт сараларының киләсәге бармы, яһалма интеллект журналист эшен алмаштырырмы - "Журналистика оҫтаханаһы"ның дүртенсе семинарында Төньяҡ район-ара ижади берекмә вәкилдәре менән бергә ҡатнашыусылар ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар эҙләне. Сара "Танып" шифаханаһында үтте. Бында Ағиҙел ҡалаһы, Балтас, Борай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондарынан, Нефтекама матбуғат йортонан, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһы журналистары, республиканың Журналистар союзы, Асҡын районы хакимиәте вәкилдәре килде. Асҡын мәғлүмәт үҙәге коллективы ағзалары коллегаларын дүрт: башҡорт, рус, татар һәм мари телдәрендә тәбрикләне. Журналистар өсөн семинарҙа уҡыу программаһы бай ине, ул хәҙерге журналистиканың төрлө йүнәлештәрен барланы. Тәжрибәле, абруйлы, журналистика өкәһендә байтаҡ йылдар эшләгән белгестәр менән бергә заман алымдары менән эшләргә өйрәткән йәшерәк коллегалар ҙа сығыш яһап, хәҙерге заман шарттарында журналист хеҙмәтен ҡыҙыҡлыраҡ, уҡымлыраҡ итеү юлдары менән таныштырҙы. Сығанаҡ: "Аскинская новь".