Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда уҡ “Арт-Ҡоролтай” мәҙәниәт форумында “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” республика программаһын иғлан итте. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 120 мәҙәниәт белгесе Башҡортостан Республикаһы бюджеты иҫәбенә торлаҡ шарттарын яҡшырта алды. Субсидия күләме тәүге осорҙа 500 мең һум тәшкил итһә, 2023 йылдан 1 миллион һумға еткерелде. Программала ҡатнашҡан иң йәш белгестәрҙең береһе – 20 йәшлек китапханасы Эвелина Байбурина. Ул Шишмә районының Келәш ауылындағы биләмә-ара китапханала эшләй. – Китапҡа һөйөү әсәйемдән күсте. Ул үҙе лә, полиция капитаны булыуға ҡарамаҫтан, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң тормошон китпхана эше менән бәйләне, – тип һөйләне Эвелина “Башҡортостан” гәзитенә. Йәш белгес Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡор дәүләт педагогия университеты колледжында китапханасыға уҡыған. Әле Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультетында ситтән тороп белем ала. – Китапханаға балалар ҙа, ололар ҙа теләп йөрөй.