Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ул “йомшаҡ көс” элементы булып тора

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй конкурсының Волга буйы федераль округы этабы еңеүселәрен һәм призерҙарын наградалау тантанаһы үткәрелде. Форум сиктәрендә “Экспорттың киләсәге” стратегик сессияһы уҙғарылды, унда сәнәғәт, аграр сәнәғәт комплексы, мәғариф өлкәһендә хеҙмәтләндереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Наградалау тантанаһында Рәсәй экспорт үҙәгенең вице-президенты Алексей Солодов һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. “Башҡортостан Хөкүмәте был йүнәлештә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, сөнки экспорт төбәктәрҙең социаль именлеген һәм иҡтисади үҫештең сифатын билдәләй”, – тине Андрей Назаров. – “Бөгөн экспорт донъя киңлегендә үҙ-ара эш итеүҙең “йомшаҡ көсө” элементы булып тора. Рәсәй тауарҙарын донъя баҙарына үткәреп, экспортерҙар мөһим миссияны башҡара”. Конкурс еңеүселәрән һәм призерҙарын билдәләү, төбәк, округ һәм федераль кимәлдәрҙә ойошторола. Жюри Волга буйы федераль округында 20 номинацияла бөтәһе 58 компанияны һәм предприятиены һайлап алды. Башҡортостандан 11 предприятие туғыҙ номинацияла еңеүсе тип танылды. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.