30 августа Республика Йортонда Абхазия Президенты Аслан Бжания менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эшлекле осрашыуы үтте. Көн тәртибендә – халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре. Башҡортостан Башлығы үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереүҙең юғары потенциалын билдәләне һәм алдағы йылдарға хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса юл картаһын әҙерләү хаҡында хәбәр итте. – Хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәренең береһе – ул туризм. Былтыр Башҡортостандан пенсионерҙарҙың пилот төркөмө “Башҡортостан-Абхазия оҙон ғүмерлелеге” программаһы буйынса Абхазияға барҙы. Бик яҡшы баһа бирҙеләр. Шуға күрә хәҙер беҙ Сухум аэропортын төҙөүҙе тамамлауҙарын һәм ике яҡҡа туристар ағымын арттырыу өсөн Өфөнән Абхазияға тура рейс асылыуын көтәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Беҙҙең үҙ-ара сауҙабыҙ ҙа киңәйә. Абхазия шарабы һәм емеш-еләк һатыу күләме арта. Абхазия баҙарында Башҡортостан предприятиелары уңышлы эшләп килә. Улар киң халыҡ ҡулланыуы тауарҙары линейкаһын һата