Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

2074 йылда Өфөлә йәшәүселәргә хат

Донъя кимәлендәге юғары уҡыу йорттары студенттары кампусы резиденттары булған йәш ғалимдар һәм студенттар 2074 йылда Өфөлә йәшәүселәргә яҙма ҡалдырған. Киләсәк быуындарға мөрәжәғәтнамә “Уфимские ведомости” гәзитенең юбилей сығарылышында баҫылып сығасаҡ. Был номерҙы башҡа иҫтәлекле әйберҙәр менән бергә ваҡыт капсулаһына һаласаҡтар. Хәтерегҙгә төшөрәбеҙ, уны баш ҡаланың 450 йыллығын байрам итеү көнөндә һалыу планлаштырыла. Тантана 31 августа “Өфө – хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” стелаһы янында уҙа. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 июндә Өфөлә 1974 йылда ҡаланың 400 йыллығы хөрмәтенә һалынған ”Ваҡыт капсулаһын” асыу тантанаһы үтте. 50 йыл элек комсомолдар XXI быуат йәштәренә хат яҙып, олатайҙарыбыҙҙың һәм атайҙарыбыҙҙың бөйөк ҡаҙаныштарын, Ерҙең беренсе яһалма юлдашы сигналы һәм Йыһандан ҡайтҡандан һуң Юрий Гагариндың йылмайыуы кеүек бөйөк ваҡиғаларҙы иҫтә тотоуҙы һорағандар. Өфөләргә 2074 йылға яңы мөрәжәғәтнамәлә Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Өфө дәүләт нефть университеты студенттары һәм йәш ғалимдары мөрәжәғәт итте. Баш ҡалабыҙ өсөн юбилей йылында кампус ишектәре асылыуы һәм хәҙер өфөнән генә түгел, илдең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән йәштәрҙең иҡтисадты иң алдынғы фәнни лабораторияларҙа, инновацион киңлектәрҙә һәм стартап-үҙәктәрҙә өйрәнеүе, уйлап табыуы үҙенә күрә символ булып тора. Фото: pravitelstvorb.ru