Найти тему
Башҡортостан гәзите

”ГеоСаҡырыу” ҡатнашыусылары сәләм юллай!

"Барыһына ла сәләм! Минең исемем Саран Курума. Мин Мозамбик дәүләтенән геолог-студент булам. Мин һәм минең коллегаларым Чемпионатта ҡатнашыу мөмкинлегенә бик шатмын. Саҡырыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ошо ғәжәйеп мөмкинлекте биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ күп нәмәгә өйрәнербеҙ, шулай уҡ геология өлкәһендә күберәк тәжрибә тупларбыҙ, тип ышанам. Ҙур рәхмәт һеҙгә һәм тиҙҙән осрашырбыҙ,тип өмөтләнәм!" Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 – 9 сентябрҙә Башҡортостанда икенсе ”ГеоСаҡырыу” халыҡ-ара геология чемпионаты үтәсәк. Республикаға Рәсәйҙең 15 төбәгенән һәм 10 сит илдән юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары киләсәк. Чемпионат Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәкселеге башланғысы менән уҙғарыла. Фото: srgazeta.ru