Бөгөн Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республика филиалында булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың апрелендә Рәсәй Президенты Владимир Путин махсус хәрби операция ветерандарын һәм яугирҙәрҙең ғаиләләрен шәхси оҙатыу өсөн дәүләт фонды булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Өфөлә ойошманың офисы 2023 йылдың 1 июнендә Минһажев урамы, 107 адресы буйынса эшләй башланы. Ошо ваҡыт эсендә филиалға 58 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән, шуларҙың 55 меңгә яҡыны – хәл ителгән. Учреждениеның комплекслы оҙатыуында 1 318 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, шулай уҡ һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре тора. Филиал штатында – 97 социаль координатор, уларҙың туғыҙы – үҙәк бүлексәлә, 88 кеше республиканың барлыҡ муниципалитеттарында эшләй. Улар иҫәбендә - хәрби хәрәкәттәр ветерандары, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары. Үҙәк “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса эшләй, тип һ
Игорь Комаров "Ватанды һаҡлаусылар" фондында булды
30 августа 202430 авг 2024
1
2 мин