Яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары баш ҡала студенттарына шәп концерт программаһы тәҡдим итә. 85-се ижад миҙгеленең хиттары, популяр музыка, дәртле бейеүҙәр, уйын-көлкө менән барған тамашала интерактив уйындар, дискотека була, тип хәбәр итә ойоштороусылар. Сәхнәлә йәштәрҙең яратып тыңлаған талантлы башҡарыусылары Тимур Рамазанов, Айтуған Ғәйзуллин, Зөлхизә Илбәкова, Радмир Исмәғилов (Rody Dillon) һәм “Әйе” төркөмө сығыш яһай. Башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары – Заһир Иҫәнсурин, Искәндәр Ғәзизов, Салауат Мөхәмәтйәров, Рөстәм Шаһыбалов, Фәриҙә Ғаззалова, шулай уҡ Светлана Атанғолова, Гөлнур Мансурова ла йырҙарын бүләк итә. Талантлы музыканттар Аурика Уршеева (саксофон), Венер Сәйфетдинов (ҡурай), мультиинструменталистар Миңдеғәфүр Зәйнетдинов һәм Илнур Хәйруллиндың дәртле көй-моңдарына рәхәтләнеп бейеү форсаты ла булыр, ә алып барыусылар Элмира Юлдашева менән Зилиә Сәфиуллина студенттарға сессияларҙы уңышлы биреү серҙәрен асыр. Концерттың режиссерҙары: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Франгиза Илбәкова, Дилбәр Фәйзиева. Яңы уҡыу йылын гөрләтеп башлағығыҙ килһә, 1 сентябрь көнө Совет майҙанына ашығығыҙ, йәштәр! Филармония артистары һеҙгә дәрт, илһам, ыңғай энергетика бүләк итер! Фотолар: Х. Әхмәтов исемендәге БДФ.